Бөтә яңылыҡтар

Сағыу төҫтәргә күмде

Бар мәктәп, балалар баҡсалары мәж килеп яңы уҡыу йылына әҙерләнә. Таймаҫтар ҙа ҡалышмай, кемуҙарҙан белем биреү йорттарын рәткә килтерә, буяй, ҡаға-һуға, йыуып таҙарта. 

Сағыу төҫтәргә күмде
Сағыу төҫтәргә күмде

Сағыу йәнһүрәт геройҙарын, ошо ауылда тыуып үҫкән, хәрби хәрәкәттәр ветераны, оҫта ҡуллы Илдар Ишмөхәммәтов төшөргән икән. Сағыу һүрәт төшөрөлгән фотоларҙы күргән халыҡ, иҫтәре китеп Илдар Ғайса улын маҡтап, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
- Мәктәптә уҡыған саҡта һүрәт төшөрөргә яраттым, һуңынан был шөғөл онотолдо. Әрме сафтарында әҙерәк һүрәт төшөрөп ала инем. Кеше күрһен, мине маҡтаһын өсөн төшөрмәнем. Балаларым мәктәптә уҡый, ҡатыным ошо балалар баҡсаһында эшләй, уға ярҙам булһын, балалар ҡыуанһын тип кенә төшөрөргә ризалаштым. 

Был турала материал үткән һанда тулы вариантта гәзиттә сыҡты. 

Автор: Дим Ильясов
Читайте нас: