Все новости

«БӨЙӨК БОРОЛОШ» ФАЖИҒӘҺЕНЕҢ ҠОРБАНЫ

Ҡунаҡбай ауылында Баҡаевтар нәҫел-ырыуы бар. Улар Донъя көтөргә тырышлыҡ, уҡыуға, аң-белемгә һәләтлек менән айырылып тора. Ошо ауылдың иң ҡарт уҙаманы — 94 йәшлек Ниғмәт Бикмөхәмәтовтың Ҡунаҡбай тарихы тураһында яҙған дәфтәрендә шундай ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бар: унда 1812 йылдағы Ватан һуғышында Ҡунаҡбайҙан 18 яугир ҡатнашҡан. Шулар араһында Ҡунаҡбай Әйүпов, Ғәлиәкбәр һәм Ҡолгилде Баҡаевтар, Фәйзрахман Рахманғолов есаул булып хеҙмәт иткән, Парижда булғандар, тип яҙылған.

Ҡунаҡбай ауылында Баҡаевтар нәҫел-ырыуы бар. Улар Донъя көтөргә тырышлыҡ, уҡыуға, аң-белемгә һәләтлек менән айырылып тора. Ошо ауылдың иң ҡарт уҙаманы — 94 йәшлек Ниғмәт Бикмөхәмәтовтың Ҡунаҡбай тарихы тураһында яҙған дәфтәрендә шундай ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бар: унда 1812 йылдағы Ватан һуғышында Ҡунаҡбайҙан 18 яугир ҡатнашҡан. Шулар араһында Ҡунаҡбай Әйүпов, Ғәлиәкбәр һәм Ҡолгилде Баҡаевтар, Фәйзрахман Рахманғолов есаул булып хеҙмәт иткән, Парижда булғандар, тип яҙылған.

Хәҙер һүҙҙе беҙҙең быуатта йәшәгән Баҡаевтар нәҫеленән береһе - Ғәлиулла Мөхәмәтғәлим улы Баҡаев тураһында алып барайыҡ. Уның үҫеп, егет булып етеүе беренсе донъя Һуғышына тура килә. Зирәклеге арҡаһында дини белем ала, батша армияһы сафында полк муллаһы вазифаһын үтәй, өс йыл фронтта окоп тормошо ғазабын кисерә. Ҡан ҡойғос һуғыштың тик капиталистар, батша хөкүмәте мәнфәғәттәре өсөн булғанын аңлай, һуғышҡа ҡаршы һалдаттар йыйылыштарында ҡатнашҡан.

Граждандар Һуғышы йылдарында Ғәлиулла Баҡаевҡа Зәки Вәлиди армияһы сафында хеҙмәт итергә тура килә. Взвод командиры була, Башҡортостан Республикаһы төҙөү өсөн көрәштә билдәле булған Бөтә Башҡорт съезында ҡатнаша. Ул съезд 1919 йылдың 20 февралендә Темәс ауылында үткәрелә. Күренеүенсә, Ғ. Баҡаев, бөгөн беҙ йәшәгән суверенлы Башҡортостан өсөн дәртләнеп хеҙмәт иткән 3. Вәлиди армияһында булған, Башҡорт ғәскәрҙәренең сәйәси-рухи юлбашсыһы Шәйехзада Бабичтың шиғри телмәрҙәрен күп тыңларға тура килгән уға. Зәки Вәлиди ғәскәрҙәре тураһында тарихи бер документта Ғәлиулла Баҡаевтың командованиеһының мөһим заданиеһын уңышлы үтәүе күрһәтелә.

Граждандар һуғышы тамамланғас, Ғәлиулла Ҡунаҡбайға ҡайтып, һалдат кейемдәрен ташламай, тыныс тормош хәстәрлегенә сума, атаһынан ҡалған емерек хужалығын аяҡҡа баҫтырыу өсөн ҡомһоҙланып эшкә тотона. НЭП осоронда, крәҫтиәнгә бирелгән иреклектән файҙаланып, Баҡаев үҙенең егәрлеге менән хужалығын йылдам күтәреүгә өлгәшә. 30-сы йылдар башына уның хужалығы ауылда урта хәллеләр самаһында була. Ә йорт-ҡура, ҡаралтыларҙы яҡшы бүрәнәләрҙән һәйбәт итеп төҙөй, ауылда матурлығы менән айырылып тора.

Тап ошо йылдарҙа «Бөйөк боролош» заманы башлана. Крәҫтиәндәрҙе колхозға ойошторалар, кулактарҙы синыф булыу яғынан бөтөрәләр. Уларҙың мал, мөлкәттәрен тартып алалар, үҙҙәрен ғаиләләре менән ҡайҙалыр ситкә, Себергә ҡыуып ебәрәләр. Ғәлиулла Баҡаев та тап ошо касафатҡа эләгә. Мал-мөлкәтенән мәхрүм ителә, күмәк ғаиләһе (9 йән) менән бәләкәй генә өйҙә йәшәргә мәжбүр була. Яҡшы бүрәнәнән һалынған ике өйөн, келәт һәм мал аҙбарын һүтеп, Ермолаевоға алып китәләр, уларҙан конторалар, иген келәттәре төҙөлә.

1937 йыл башында Сталин кулак ҡалдыҡтарын бөтөрөргә тигән яңы команда бирә. Бөтә ил буйынса ауылдарҙа бер ғәйепһеҙ кешеләрҙе ҡулға алыуҙар башлана. Ғәлиулла Мөхәмәтғәлим улы Баҡаев ошо фажиғәле кампанияның ҡорбаны була.

— Утыҙ етенсе йылдың яҙы, бысраҡ көндәре ине, — тип хәтерләй Әсмә Ғәлиулла ҡыҙы. — Беҙ йәшәгән йортҡа ике һыбайлы милиционер килде, өйөбөҙгә инделәр ҙә атайыма кейенергә ҡуштылар. НКВД-ға алып барабыҙ, тинеләр. Атайымдың китаптарын кәштәләрҙән алып тоҡҡа тултырҙылар. Беҙ күмәкләшеп сыр-сыу килеп илашабыҙ. Әсәйем тоҡсай тултырып икмәк һәм башҡа ашамлыҡтар һалды атайыма. Беҙ илашып урамға сыҡтыҡ, атайыбыҙҙы күреп ҡалырға. Ул беҙҙең менән хушлашып, әсәйемә:

— Ғәйшә, мин тиҙ ҡайтырмын, сөнки минең ғәйебем юҡ, - тине, әсәйем биргән тоҡсайҙы яурынына һалып, һыбайлы милиционер артынан атланы. Беҙ күҙебеҙ күргәнсе атайымды ҡарап, илашып тороп ҡалдыҡ, - ти Әсмә.

Шул китеүҙән һуң Ғәлиулла Баҡаевтан бер хәбәр ҙә булмай. Баҡһаң, ул фажиғәле йылдарҙа башҡорт уҙамандарына милләтсе, тигән ярлыҡ тағып, уларҙы рәхимһеҙ ҡырғандар икән. Һуңынан билдәле булыуынса, Ғәлиулла Баҡаевты, яҡташыбыҙ, бошҡорт халыҡ йырсыһы Ғәзиз Әлмөхәмәтов һәм башҡаларҙы шул йылдың йәйендә Өфө төрмәһендә атҡандар.

Баҡаев Ғәлиулла Мөхәмәтғәлим улының «енәйәт» эшен БАССР юғары суды 1960 йылдың 23 майында ҡайтанан ҡарай, уны ғәйепһеҙ, тип таба һәм үлгәндән һуң аҡлай.


Читайте нас: