Все новости

ЯМАНҺАРЫНЫҢ ИРЕК ЯУЛАУСЫЛАРЫ

Беҙ 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һалдаттарыбыҙ тураһында күпте беләбеҙ, һәр ауылда уларға һәйкәлдәр, иҫтәлекле таҡтаташтар ҡуйылған. Ә бына 1918-1919 йылдарҙа Башҡортостан автономияһы өсөн көрәштә ҡатнашыусылар тураһындағы мәғлүмәттәребеҙ үтә лә аҙ.

Беҙ 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һалдаттарыбыҙ тураһында күпте беләбеҙ, һәр ауылда уларға һәйкәлдәр, иҫтәлекле таҡтаташтар ҡуйылған. Ә бына 1918-1919 йылдарҙа Башҡортостан автономияһы өсөн көрәштә ҡатнашыусылар тураһындағы мәғлүмәттәребеҙ үтә лә аҙ.

Большевиктарҙы Башҡортостан автономияһын танырға һәм Башҡортостан Хөкүмәте менән ике яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйырға мәжбүр итеүсе ябай башҡорт һалдаттарының тормош юлын, эшмәкәрлеген беҙ әле саҡ өйрәнә башланыҡ ҡына. Башҡортостан Республикаһы Китап палатаһы директоры, йәш тарихсы Азат Ярмуллин шундай ҡыйыу яугирҙәребеҙҙең береһе – Яманһары ауылында тыуып үҫкән Мөхәррәм Хаммат улы Ямалов хаҡында мәғлүмәт табып, Интернетҡа ҡуйған.

Ул саҡта Яманһары ауылы Ҡыпсаҡ кантонының Бошман-Һыуын-Ҡараҡыпсаҡ волосына ингән булған. 1-се Башҡорт пехота полкының 4-се рота һалдаты Мөхәррәм Ямалов 1918 йылдың 1 сентябрендә үҙ атында һыбай килеш Ырымбур ҡалаһына килә һәм Башҡорт ғәскәре штабына уны кавалерия часенә күсереүҙе һорап ғариза яҙа. Яҡташыбыҙҙың артабанғы яҙмышы беҙгә билдәһеҙ.

1917-1919 йылдарҙағы Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтендә Яманһары ауылынан ҡатнашыусылар хаҡындағы мәғлүмәттәр уның менән генә сикләнмәй. Айырыуса Мағазовтар нәҫеле был яҡтан айырылып торған. Оло быуын кешеләренең һөйләүенсә, Башҡорт хөкүмәте бер аҙ ваҡытҡа Ермолаево ауылында урынлашҡан ваҡытта улар хатта Зәки Вәлидиҙе ауылға алып ҡайтып, ҡунаҡ итеп, мунса индереп тә ебәргән. Хәҙерге көндә Зәки Вәлиди исемендәге Башҡортостан милли китапханаһында шул Мағазовтарҙың береһенең ғәрәп каллиграфияһы менән яҙылған ҡулъяҙмалар йыйынтығы һаҡлана. Ул тап бына ошо йылдарҙа яҙылған булырға тейеш. Был ентекле өйрәнеүҙе талап итә.

Революция осорондағы синфи көрәш, милли-азатлыҡ көрәше Яманһары ауылы халҡын ике яҡҡа бүлә. Хатта бер үк ғаиләнән ҡайһыһылыр ҡыҙылдар, ҡайһыһылыр аҡтар яғында йөрөй. Был Әлибаевтар нәҫеле миҫалында ла асыҡ сағыла. Уларҙың ир-аттары баштан уҡ тыуған яҡтарында Совет власын урынлаштырыу өсөн көрәш юлына баҫһа, һылыуҙары Башҡорт ғәскәре яғында ашнаҡсы булып йөрөй.

Хәҙерге Яманһары ауылында халҡына азатлыҡ яулашыусы был шәхестәрҙе белеүселәр бармы икән? Булһа, «Юшатыр» гәзитенә һәм был юлдарҙың авторына улар хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе хәбәр итерҙәр, тип ышанабыҙ.


Читайте нас: