Все новости

ИҪКЕ МОРАПТАЛ ҮҘЕ ШАҺИТ

Башҡорт халҡының бөйөк улдарының береһе, 1917-1920 йылдарҙағы Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенең етәксеһе, Башҡортостанды Рәсәй составындағы автономиялы республика итешеүселәрҙең береһе Зәки Вәлидиҙең хәҙерге Көйөргәҙе районы биләмәһенә инеүсе ауылдарҙа булыуы хаҡында «Юшатыр» гәзитендә бер нисә тапҡыр яҙып сыҡҡайныҡ («Яманһарының ирек яулаусылары», 2018 йыл, 20 июль, №58; «Көйөргәҙеләр хәтерендә һаҡлана», 2018 йыл, 10 август, №64).

Башҡорт халҡының бөйөк улдарының береһе, 1917-1920 йылдарҙағы Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенең етәксеһе, Башҡортостанды Рәсәй составындағы автономиялы республика итешеүселәрҙең береһе Зәки Вәлидиҙең хәҙерге Көйөргәҙе районы биләмәһенә инеүсе ауылдарҙа булыуы хаҡында «Юшатыр» гәзитендә бер нисә тапҡыр яҙып сыҡҡайныҡ («Яманһарының ирек яулаусылары», 2018 йыл, 20 июль, №58; «Көйөргәҙеләр хәтерендә һаҡлана», 2018 йыл, 10 август, №64).


Яңыраҡ ҡына Иҫке Мораптал ауылынан сыҡҡан Туҡаевтар үҙ нәҫелдәре хаҡындағы «Тамырҙарым һиндә, йәнтөйәк!» исемле китаптың исем туйын үткәрҙе. Унда Зәки Вәлидиҙең ошо ауылда булып китеүе хаҡында бер фактҡа тап булынды. Районыбыҙ тарихы өсөн бик тә ҡиммәт ул, шуға күрә был өҙөктө гәзит уҡыусылар менән дә уртаҡлашыу изге эш булыр, тигән уйға киленде. Был ваҡиға, йәғни атаһы Вәлиулла Мөхәмәтзариф улының заманында Зәки Вәлиди менән берлектә халҡына азатлыҡ яулашып йөрөүе хаҡында иҫән сағында телефондан һөйләшкәндә Шамил Вәлиулла улы Туҡаев бер аҙ әйтә биреп ҡуйғайны. Уны үҙ ҡулдары менән яҙып та ҡалдырған икән яҡташ ағайыбыҙ. Бының өсөн беҙ уға бик рәхмәтлебеҙ.

«Вәлиулла 20 йәшендә, 1918 йылда һалдат хеҙмәтенә батша армияһына алына, немецтарҙа әсирлектә лә булырға өлгөрә. Немецтар менән килешеү төҙөлгәс, тыуған яғына иҫән-һау әйләнеп ҡайта. Ул күп тә үтмәй Зәки Вәлиди армияһына барып ҡушыла. 1919 йылда армия штабын Темәстән Кананикольск аша Мораҡҡа күсереүҙә ҡатнаша (билдәле булыуынса, Шәйехзада Бабич Йылайыр аша китеп ҡыҙыл бандиттар тарафынан һәләк ителә). Тиф менән ауырып китеү сәбәпле, ул Иҫке Морапталға, тыуған ауылына ҡайта, һауыҡҡас, ул тағы Зәки Вәлидиҙә хеҙмәт итә, «ҡаҙна» аҡсаһын һаҡларға тура килә уға. 1920 йылдың июнендә Зәки Вәлиди Мәскәүҙән Стәрлетамаҡҡа ҡайтмай, ә Вәлиулла ҡаҙна аҡсаһын һаҡлауын белә. Оҙаҡламай ҡулға алына, ғәйебен тапмағас, сығарып ебәрелә. Әйткәндәй, Зәки Вәлиди 1918 йылда, яҙ көнөндә, Ырымбур төрмәһенән ҡотолғас, һыбай килеп Иҫке Морапталда бер төн ҡунып китә (беҙҙең ауыл һәм Ырымбур араһы -90 км).

Был дауыллы граждандар һуғышы йылдарында Иҫке Мораптал ауылы яңы ойошторолған Мораптал волосына ҡарай. Волость йорто биръяҡта (йәки Юшатырҙың уң ярында) ауылыбыҙға яҡын ғына урында урынлашҡан була (был турала Баязит Бикбайҙың «Тере шишмәләр» китабын ҡара) волоста сәркәтип булып Б. Бикбайҙың атаһы Ғаяз эшләгән, ә рәйесе булып Маһисәрүәр апайҙың атаһы Ғәббәстең бер туғаны - Абдулла Ҡотлоәхмәтов эшләгән (һуңынан вәлидовсы тип хөкөм ителә, Беломорканалда һәләк була, унан бер генә хат килә: «Ҡоштар осоп етмәҫлек ергә ебәрҙеләр, өшөйөм, тунымды һәм быймамды ебәрегеҙ, зинһар, тип»). Ғәббәс олатайҙың кинйә улы Рәхмәттән - Йәүҙәт, ә Йәүҙәттән Әхәт Ҡотлоәхмәтов (бөгөн ул Көйөргәҙе районы Хакимиәте башлығы) шәжәрәһен дауам итә».

Шулай итеп, беҙгә билдәле факттар буйынса, Зәки Вәлиди йәш сағында районыбыҙҙың Ҡунаҡбай ауылында, аҙаҡ, халҡына азатлыҡ яулашыу йылдарында, Ермолаево, Яманһары, Йомағужа ауылдарында, шулай уҡ Иҫке Морапталда булып киткән. Был ауылдарҙа ошоға бәйле иҫтәлекле таҡтаташтар ҡуйыу хаҡында ла уйланырға кәрәк ине көйөргәҙеләргә.
Читайте нас: