Все новости

АРҘАҠЛЫ ЯҠТАШЫБЫҘ ОНОТОЛМАҺЫН

Башҡортостан Республикаһы төҙөлөүҙең 100 йыллығы яҡынлашып килеү айҡанлы, билдәле хөкүмәт эшмәкәрҙәрен иҫкә алыу - маҡсатҡа ярашлы ғәмәлдәрҙең береһе.

Башҡортостан Республикаһы төҙөлөүҙең 100 йыллығы яҡынлашып килеү айҡанлы, билдәле хөкүмәт эшмәкәрҙәрен иҫкә алыу - маҡсатҡа ярашлы ғәмәлдәрҙең береһе. Шул уңайҙан яҡташыбыҙ Таһир Имаков тураһында хәтерләү фарыз. Ул - башҡорт милли хәрәкәтенең күренекле эшмәкәре, Башҡортостанда автономиялы республика төҙөүҙә ҡатнашыусы.


Таһир Ғилман улы 1895 йылдың 26 октябрендә Көйөргәҙе районының Ҡансыра ауылында тыуған. Уның атаһы заманына күрә ярайһы уҡ уҡымышлы булған, батша әрмеһендә унтер-офицер дәрәжәһендә хеҙмәт иткән. Үҙенең дүрт улын да уҡытырға тырышҡан. Улы Таһир Ырымбурҙағы мосолман донъяһында киң билдәле «Хөсәйениә» мәҙрәсәһендә яңыса белем эстәгән. Шунан егет Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан. Революциянан һуң тыуған яғына ҡайтып, ҡатмарлы сәйәси хәлдәр эсенә инеп киткән. 1917 йыл аҙағында Башҡорт Үҙәк Шураһы ағзаһы була. 1918 йыл башында мосолмандарҙың Бөтә Рәсәй хәрби йыйынында башҡорт делегацияһын етәкләй. Шул йылдың яҙында Башҡортостандың Ваҡытлы революцион советы ағзаһы итеп һайлана, Үҙәк мосолман комиссариатының башҡорт эштәре буйынса бүлек мөдире итеп тәғәйенләнә.

Мәскәүҙән ҡайтҡас, Өфө губернаһы советы эргәһендәге берләшкән Татар-Башҡорт комиссариатында Таһир Имаков агитация һәм ойоштороу бүлеге мөдире вазифаһын башҡара. Артабан, 1918 йылдың йәйендә, ул Граждандар һуғышында ҡатнаша: Ғ. Иркәбаев менән бергәләп Бөрйән-Түңгәүер ирекле отрядын ойоштора, көҙөн Башҡорт ғәскәрендә 2-се Башҡорт кавалерия полкының 1-се эскадроны менән командалыҡ итә. 1919 йылдың ҡышында I Бөтә башҡорт хәрби съезында ҡатнаша. 26 февралдән алып Башревкомдың эске эштәр һәм милләттәр эше буйынса комиссары була, ә май айында РККА-ның 1-се Армияһы ревтрибуналына Башревкомдың сәйәси вәкиле итеп ебәрелә. Августа Зәки Вәлиди менән берлектә Башҡорт атлы бригадаһының Ҡыҙыл Армия яғына сығыуын ойоштора. 1920 йылдың ғинуарынан - Башҡорт ғәҙәттән тыш комиссия рәйесе, марттан алып Башревком рәйесе урынбаҫары була. Шул уҡ йылдың йәйендә башҡа ағзалар менән бергә революцион комитеттан сыға, сөнки РСФСР Совнаркомының 1920 йылдың 19 майындағы «Автоном Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында»ғы ҡарары менән риза булмай. Ҡышын Таһир Имаков Башҡорт Үҙәк Башҡарма Комитеты вәкәләтлеге составына керә. Шунан республиканың Юстиция комиссариатында эшләй, ә 1935 йылдан башлап СССР Дәүләт банкының Ырымбурҙағы бүлегендә хеҙмәт юлын дауам итә. 1937 йылда репрессияға дусар ителеп атыла, 1960 йылда аҡлана.

Таһир Ғилман улының ғаилә хәленә килгәндә, уның ҡатыны Мәстүрә Моратша ҡыҙы Бүкәнбаева ла Ҡансыра ауылынан. Улы Илтотар (1928 йылғы), ҡыҙы Тәнзилә (1933 йылғы) менән бергә Имаковтар йыш ҡына ауылға ҡайтҡандар, хатта балаларын оҙаҡ ваҡытҡа ҡалдырып киткән саҡтары ла булған. Ул заманда ауыл халҡы йүнле кейем күрмәгән, баш ҡаланан ҡайтҡан ҡунаҡтарҙың өҫ-башына, үҙ-үҙҙәрен тотошона хайран ҡалғандар. Минең әсәйем Шәмсеҡәмәр Ғибаҙулла ҡыҙы уларға күрше генә йәшәгән, ул Имаковтарҙы шулай хәтергә ала ине. Әле Бәләкәй Муса ауылында йәшәгән 86 йәшлек Ләлә Әхмәтвәли ҡыҙы Бүкәнбаева (Миһранова) хәтирәләренән: «Мәстүрә апайым менән Таһир еҙнәм беҙгә күп итеп матур-матур кейемдәр, уйынсыҡтар, тәмлекәстәр алып ҡайта торғайны.Ундай нәмәләр ауылда берәүҙә лә юҡ ине». Мәстүрә - Ләләнең атаһының бер туған һылыуы. Мәстүрәнең атаһы Моратшаның өйө ҙур булған, улар етеш йәшәгән. Шуға күрә, кулак тип, Бүкәнбаевтарҙың өйөн тартып алып, һүтеп, Ермолаевола ауыл советы бинаһы итеп һалалар. «Беҙ өләсәйем менән өйөбөҙҙө күрергә бара торғайныҡ», - тип иҫләй Ләлә Әхмәтвәли ҡыҙы. Моратша ҡартты һөргөнгә ебәрелеүҙән кейәүе Таһир алып ҡалған. Таһир Ғилман улы ҡулға алынғас, уның ғаиләһе Урта Азияға сығып киткән. «Еҙнәм шул китеүҙән ҡайтманы… Беҙ оҙаҡ йылдар Тәнзилә менән хат алыштыҡ. Илтотар белем алып, ҙур түрә булды, ә Тәнзилә табип ине. Хәҙер улар икеһе лә мәрхүм инде», - тип һөйләй Ләлә Миһранова. Уларҙың балалары, йәғни Таһир Имаковтың ейән-ейәнсәрҙәре тураһында беҙгә бер нәмә лә мәғлүм түгел. Бәлки, Ҡансыра ауылынан уларҙы белеүселәр барҙыр.
Читайте нас: