Башҡорт халҡының бѳйѳк улы Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың исеме, даны, ғилми хеҙмәттәренең туған Башҡортостанына ҡайтарылыуына бер нисә тиҫтә йыл ғына әле. Шул ваҡыт эсендә лә уның тормошо, ижтимағи-сәйәси, ғилми эшмәкәрлеге хаҡында бик күп нәмәләр белдек. Был бѳйѳк шәхестең биографияһындағы иң ҡыҙыҡлы урындарҙың береһе – Кѳйѳргәҙе еренә бәйле факттар.
Әхмәтзәки беҙҙең яҡтарға тәү башлап 1908 йылда аяҡ баҫа. 18 йәшлек егет, ата-әсәһенә әйтмәйенсә, Көҙән ауылынан Ырымбур ҡалаһына белем эстәргә йәйәүләп сығып китә. Тыуған ауылы Кѳҙәндән башлап Кѳйѳргәҙе ерҙәренә тиклем Һайран, Этҡол, Татьяновка, Верхотор, Воскресенск, Мәләүез ауылдары аша үтә. «Хәтирәләр»енең «Ҡунаҡбай һылыуы» тигән бүлегендә ул артабанғы юлында күргән-белгәндәре хаҡында ошолай тип яҙа: «Мәләүездән йәйәү сығып киттем. Тѳнѳн иген араһында йоҡланым. Бер саҡ Ҡунаҡбай тигән бәләкәй генә ауылдың ситендәге аласыҡҡа тап булдым. Шунда тамаҡ туйҙырырмын, тип ниәтләгәйнем, әммә бик фәҡир булып сыҡтылар. Йортта ѳлкәндәр юҡ, ун ике-ун дүрт йәштәрҙәге ҡыҙ менән бәләкәй малай миңә һыу ҡайнатып бирҙе, икмәкләп сәй эстем. Был ике ҡәрҙәштең икеһе лә ғәжәп һылыу ине. Үлеп ҡалған бер хәйерсенең бысраҡ сапанынан юрған яһағандар. Йә рабби, был инсандар ни тиклем фәҡир, былар нисек йәшәрҙәр икән, тип уйландым. Шуның менән бергә һылыулыҡтарына бик ныҡ хайран ҡалдым. Ҡапсығымдағы икмәкте, ҡоротто, ҡаҙыны бирҙем. Был ниндәй гүзәллек, шул уҡ ваҡытта ниндәй фәҡирлек, тип ҡат-ҡат уйлап һыҙландым… Эсемдән генә, әгәр уҡыу ниәте менән был сәйәхәткә сыҡмаған булһам, был ҡыҙға ѳйләнер инем, тип уйланым. Ҡустыһы аласыҡ артындағы яланлыҡта үләнгә бәйләп ҡуйылған кәзәһенең арҡанын шылдырырға сыҡҡан арала, был ҡыҙҙы үбәйем микән әллә, тип уйланым, ләкин кире сигендем. Уның минән: «Һин тағы бында килерһеңме?» – тип яғымлы һорауына, алыҫ яҡтарға уҡырға китеп барыуымды аңлаттым. Ул да: «Оҙон юлдарҙа йѳрѳгәнеңдә, бәлки, кәрәк булыр», – тип миңә бер аҙ аҡ еп менән энә бирҙе. Ихтимал, был бер ғәҙәт йәки ырымдыр. Ҙур юлдан ситтәрәк Муса тигән татар ауылында атайымдың дуҫы бай Нәби хажиҙа мосафир булдым. Ул бик йыуан кеше ине. Атайың эҙләп килгән хәлдә лә, һине тотоп бирмәйем, ҡасырға ярҙам итермен, тине.
Ул да минең ауыл тирәһендә ятып ҡалыуымды теләмәй, хатта ошо хаҡта атайыма ла, был егеткә уҡырға форсат бир, тип әйткән булһа кәрәк. Иртәгәһенә Ҡарғалы ауылына алып барырға ат ектерҙе. Бер аҙ аҡса бирҙе. Шулай уҡ баштан-аяҡ кейенерлек кейем тегеү ѳсѳн тауар бирергә булды. Был кейемде Ырымбурҙа тектереп алырһың, тине. Мин уға Ҡунаҡбай ауылы ситендә аласыҡта йәшәгән ғаиләнең фәҡирлеген һѳйләнем һәм миңә һәҙиә ителгән тауар урынына, шул фәҡирҙәргә ике юрған ебәреп, минең исемдән бүләк рәүешендә тапшырырға ризалығын алдым.
Хажиҙан айырылып, арбаһына ултырып киткәс, бѳтә зиһенемде шул Зѳләйха һәм уның ҡустыһы солғап алғайны. Ниңә уны үпмәнем һуң, тип уйланым, ләкин беҙҙең ауылда ундай ғәҙәт юҡ ине шул, үбешеү уҡып сыҡҡан романдарҙа ғына йыш осраған бер күренеш, шуға, әлдә үпмәгәнмен, тип тынысланырға тырыштым. Ваҡыт үтте, 1913 йылда почта аттары менән Ырымбурҙан Стәрлетамаҡҡа китеп барышлай Ҡунаҡбай ауылына яҡын бер ерҙән үттем. Шул йылдарҙа немецсә ѳйрәнгән саҡта Гетеның: «Ғашиҡ булыу сәбәпле гонаһ эшләүемдең выждан аҙабын бер үбеүемдең таты менән юҡ иткән кеүек, ышанып миңә биргән бетеүең дә (фетиш) ҡәлбеңдә миңә ҡарата һѳйѳүеңә тылсым булһын», - тигән һүҙҙәрендә, бәлки, был «фетиш» тигәне лә минең Зѳләйхамдың миңә биргән аҡ епле энәһе булғандыр, тип уйланым.
Мин почта станцияһында күргән Ҡунаҡбай ауылы кешеһенән: «Ауылығыҙҙың ситендә аласыҡта йәшәгән Зѳләйха исемле ҡыҙ менән ҡәрҙәшен күргәйнем, улар ни хәлдә?» – тип һорауыма, уларҙың икеһе лә ғаиләле булып, икеһенең дә тәүге балалары тыуыуын һѳйләне һәм «бер заман уларҙа ниндәйҙер шәкерт мосафир булып, һуңынан ике юрған ебәргәйне, юҡһа һин шул кеше түгелме?» – тип һораны. Мин, ғашиҡ булыуым хаҡында һѳйләп тормаҫтан: «Бик фәҡир инеләр, Нәби хажи ярҙамында уларға был бүләктәрҙе ебәргәйнем», – тиеүемә ул зат: «Әммә һин үҙең дә бер фәҡир шәкерт булғанһың бит, беҙ ҙә ул ҡыҙҙы «Зѳләйха һылыу» тип йѳрѳтә инек», – тине.
Зәки Вәлидиҙең «Хәтирәләр»е тѳрѳксәнән башҡорт теленә тәржемә ителеп, донъя күргәс, тарихсылар әлеге ѳҙѳктә һүҙ барған балаларҙың шәхестәрен асыҡлап, улар хаҡында ентекләберәк яҙып сыҡты.
Баҡтиһәң, Ҡунаҡбай ауылының Ѳстүбә тауы янындағы Кәзә урамында йәшәүсе Мѳхәммәтғәлим менән Мәхмүзә Баҡаевтарҙың балалары булған икән ул. Был ғаиләлә ете бала тәрбиәләп үҫтергәндәр: иң ѳлкәне Ғәлиулла, шунан Зѳләйха, Хисмәтулла, Ғѳбәйҙулла, Сәғиҙулла, Шәһиҙулла, Зѳлхизә. Оҙаҡ та тормай Мѳхәммәтғәлим менән Мәхмүзә икеһе лә яҡты донъянан китеп бара. Зѳләйханы хәҙерге Күгәрсен районына инеүсе Бесәнсе (Хоҙайбирҙин) ауылына кейәүгә бирәләр. Ул Низаметдин менән Ғәрифә исемле балалар үҫтерә. Ғәрифә шул уҡ Күгәрсен районының Һапаш ауылынан Ғәбдрафиҡ Вәлитовҡа кейәүгә сыға. Ул 1992 йылда вафат була. Ә ике ейәне: Муса менән Рәүеф Вәлитовтар ҡарт ѳләсәләренең тыуған ауылына – Ҡунаҡбайға йәшәргә күсеп ҡайта. Муса ағай хәҙер мәрхүм инде. Зѳләйханың ейәнсәрҙәре йәғни Ғәрифәнең ҡыҙҙары Динә менән Фәриҙә Салауат ҡалаһында йәшәй ине, үкенескә ҡаршы, Фәриҙә апай ҙа фанилыҡтан баҡыйлыҡҡа күсте.
Тағы ла бер 9-10 йылдан Зәки Вәлиди башҡорт халҡының милли-азатлыҡ хәрәкәтенең тѳп етәксеһе булып әүерелер ҙә Кѳйѳргәҙе еренә бер нисә тапҡыр яңынан аяҡ баҫыр тип кем уйлаған инде?
Әхмәтзәкиҙең күҙе тѳшкән Зѳләйханың ѳлкән ағаһы Ғәлиулла Баҡаев та был изге юлдан ситтә ятып ҡалмай, ә уның тәүге кѳндәренән үк ең һыҙғанып халҡына азатлыҡ яулаша, йәғни Зәки Вәлиди менән бер сафта бара. Уның тураһында күренекле яҙыусы-публицист Ғәзим Шафиҡов «Ирек солтандары» тигән мәҡәләһендә шулай тип яҙҙы: «Эйе, Советтар яғына сыҡҡан башҡорт ғәскәрҙәренә ҡарата ҡыҙылдар яғынан мѳнәсәбәт тә бер тѳрлѳ генә булмай. Шуға күрә был мәсьәлә ҡарала һәм ошондай ҡарар сығарыла: «Килеп тыуған хәлде асыҡлау маҡсатында, 1-се Пенза дивизияһының 1-се бригадаһы штабына Сидоров иптәш менән һѳйләшеү ѳсѳн Әүхәҙи Ишмырҙинды һәм үҙен-үҙе тәҡдим иткән Ғәлиулла Баҡаевты ебәрә». Башҡортостанға автономия яулашыуҙа Ғәлиулла Баҡаев кеүек бик күп ир-егеттәр, уҙамандар ҡатнаша кѳйѳргәҙеләрҙән. З. Вәлиди менән иңгә-иң терәшеп кѳрәшә улар.
1918 йылдың декабрендә фронт һыҙыҡтарының береһе хәҙерге Кѳйѳргәҙе районы территорияһы аша үтә, һәм Башҡорт хѳкүмәтенең хәрби командованиеһы Ермолаево ауылына, бай алпауыт Шотт имениеһына, килеп урынлаша. З. Вәлиди ошонда йәғни Шотт йортонда башҡорт полктары офицерҙарын йыйып ҙур мәжлес ойоштора. Шул ваҡиғаны ул һуңынан «Хәтирәләр»енең «Ермолаевкалағы йыйылыштар һәм ҡабул ителгән ҡарарҙар» тигән бүлегендә түбәндәгесә яҙасаҡ: «Был иһә йѳмһүриәтебеҙ ҡоролғандан бирле уҙғарылған иң ҙур ғәскәри мәжлес ине. Асыҡтан-асыҡ фекер алыштыҡ. Мин Ырымбурҙағы һәм Себерҙәге хәлде, Колчактың пландарын аңлатып нотоҡ һѳйләнем. Ҡыҙылдарҙың фронты бынан 40 саҡырым алыҫлыҡта булһа ла, офицерҙарҙың да, һалдаттарҙың да рухы бик күтәренке ине. Милли йырҙар йырланды, уйындар уйналды. Хужалыҡ мѳдире, беҙ бынан киткәс, ҡыҙылдарға ҡаласаҡ малды йәлләмәй, күп итеп һуйҙыртты, мѳгәрәптәге һыра, шарап, шампан, йыллыҡ тоҙланған ашамлыҡтар, сыр һәм башҡа аҙыҡ күп миҡдарҙа ғәскәргә бирелде».
Башҡорт хѳкүмәтенең хәрби командованиеһы Ермолаевола торғанда З. Вәлиди һәм уның янындағы сәйәсмәндәр менән һѳйләшеүҙәр алып барыу ѳсѳн Ҡаҙағстан вәкилдәре килә. Улар араһында ҡаҙаҡ халҡының буласаҡ бѳйѳк яҙыусыһы, «Абай юлы» роман-эпопеяһының авторы Мохтар Ауэзов та була.
Ҡаҙағстан вәкилдәренең сәфәр маҡсаты – берҙәм кѳрәш тураһында Советтар тәҡдиме менән килешеү буйынса фекер алышыу. Ошо һәм тағы ла бер нисә ваҡиға аҙаҡ башҡорт хәрби частарының «ҡыҙылдар» яғына сығыуына этәргес кѳс бирә. 1918 йылдың 15 декабрендә З. Вәлиди етәкселегендәге хәрби командование, кѳстәр тигеҙ булмау сәбәпле, башҡорт ғәскәрҙәрен Ермолаевонан Кананикольский ауылы янына күсерә, шунан башҡорт частары ошо осорҙа Башҡорт хѳкүмәте урынлашҡан Темәс ауылына йүнәлә. 1919 йылдың март урталарында ул Ҡыҙыл Мәсеткә (хәҙерге Мораҡ) килеп урынлаша, ә шунан һуң Мораптал ауылына күсә. Артабан ул Стәрлетамаҡҡа (1920-1922 йылдарҙа), һуңынан Ѳфѳгә күсерелә.
Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтендә Ҡансыра ауылында тыуып үҫкән Таһир Имаков та ҡатнаша. «Хәтирәләр» авторы уның тураһында шулай тип яҙа: «12 августа мин, Мортазин бригадаһын үҙ яғыбыҙға сығарыу өсөн, Көнсығыш фронттың теге яғына, Колчак ғәскәре эсенә инергә тип, юлға сыҡтым. Үҙем менән яҡын дуҫым Таһир Имаковты алдым. Таһир – Имак ырыуынан. Юлда Нөгөш буйындағы Ташкисеү ауылында атайымдың иҫке дуҫы Биргүли Хажи исемле затта мосафир булдыҡ. Тирә-яҡ башҡорттар йыйылышты, килеүебеҙгә һөйөнөп, һарыҡтар һуйып әҙерләнгәндәр, ҡымыҙ ҙа мул. Бында бер кис ял иттек. Ошо айҙарҙа ял иткән берҙән-бер көн ине ул».
Әхмәтзәки Вәлидиҙең Кѳйѳргәҙе яҡтарында булыуы хаҡында был ваҡиғаларҙан тыш тағы ла бер нисә факт халыҡ хәтерендә һаҡланған. Мәҫәлән, Иҫке Мораптал ауылында йәшәүсе Тәлғәт Буранов атаһына бәйле шундай ҡыҙыҡ хәлде һѳйләне:
– Әхмәтзәки Вәлиди Ырымбурға үтеп барышлай беҙҙең Яҡут ауылында туҡталған. Шул саҡ урам буйлап бер ир ҡысҡырып килә икән:
– Бала тыуҙы, бала тыуҙы! Балаға исем ҡушырға кәрәк!
Быны ишетеп ҡалған Вәлиди:
– Мин исем ҡушыу йолаһын беләм. Ҡайҙа, булмаһа, үҙем ҡушайым, – ти ҙә, уның ѳйѳнә барып, ҡѳрьән уҡып сабыйҙың ҡолағына:
– Был баланың исеме Әхмәтзәки булһын, Әхмәтзәки булһын, Әхмәтзәки булһын, – тип ѳс тапҡыр әйтә лә ѳрә. Бына шулай итеп Әхмәтзәки Вәлиди минең атайыма үҙ исемен ҡушып китә.
Тыумышы менән Кѳйѳргәҙе районы 1-се Кинйәабыҙ (Туғай Кинйәһе) ауылынан булған, хәҙерге кѳндә Күмертауҙа йәшәүсе һәүәҫкәр тарихсы Рамаҙан Насретдин улы Хәлилов «Ғәзиз бай» мәҡәләһен XX быуат башында йәшәгән ауылдашы, туғаны һәм башҡорт уҙаманы Ғәзизйән Шәриповтың тормош юлын, йәмәғәт эшмәкәрлеген яҡтыртыуға арнаған. Унда Ғәзизйәндең заманында 70 баштан артыҡ йылҡы аҫырауы, шулар араһынан Зәки Вәлидигә аҡбуҙатлы ике ат бүләк итеүе хаҡында яҙыла.
Йомағужа ауылындағы беҙҙең Шағәле Шаһман нәҫеленән сыҡҡан Усман Әбүбәкиров та Зәки Вәлидиҙе яҡындан белгән, уның менән бергә халҡына азатлыҡ яулауҙа ҡатнашҡан. Бигерәк тә, 1918-1919 йылдарҙа Зәки Вәлиди менән бергәләп Темәстә Башҡорт хѳкүмәтенең эшен ойоштороу, яйға һалышыу эштәрендә ең һыҙғанып ҡатнаша. 1919 йылда Башҡорт хѳкүмәте Совет Рәсәйе менән ике яҡлы килешеү тѳҙѳп, үҙ дәүләтселеген рәсми танытыуға ѳлгәшкәс, Усман Мѳхәмәтғариф улы тыуған ауылына әйләнеп ҡайта.
Большевиктар Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтен ауыҙлыҡлауға ѳлгәшкәс тә, уның етәксеһе Әхмәтзәки Вәлидов менән бәйләнеште ѳҙмәй. Бер кѳндѳ йәғни сит илгә сығып китере алдынан, баштан аяҡ тиерлек ҡоралланған алты һыбайлы эйәртеп, Әхмәтзәки Йомағужа ауылына – Усман Әбүбәкиров йәшәгән йортҡа килеп тѳшә.
– Усман, әйҙә ситкә сығып китәйек, беҙгә барыбер ҙә кѳн булмаҫ бында, – ти.
– Тыуған ауылымды, тыуған яғымды ташлап сит тарафтарға китәһем юҡ, ни яҙһа, шуны күрермен, – тип Усман был тәҡдимдән ҡырҡа баш тарта.
«Аҡбуҙат» эпосын берҙән-бер вариантта беҙгә килтереп еткергән сәсән, хәҙерге Кѳйѳргәҙе районының Урта Бабалар ауылы уҙаманы Ғәтиәтулла Бикҡужин да Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенең тәүге кѳндәренән үк уға ҡушыла. Ул етәкселек иткән Бѳрйән волосы үҙәге Морапталда, үрҙә яҙылғанса, Башҡорт Хѳкүмәте бер аҙ тороп, эшләп китә. Шул саҡта уның ѳҫтѳндә бик күп бурыстар торғаны һәр кемгә лә яҡшы аңлашылалыр, моғайын.
Халҡыбыҙҙың бѳйѳк улы Әхмәтзәки Вәлиди Туған хаҡында үрҙә яҙылған һәм башҡа хәтирәләрҙе кѳйѳргәҙеләр хәтерендә ҡәҙерләп һаҡлай.