Все новости

ЯҘМЫШЫ — ИЛ ТАРИХЫ

Ҡайһы бер кешеләрҙең яҙмышы үҙе бер тарих. Ил тарихы менән үрелгән, фәһемле. Уларҙы тыңлап туйып булмай. Бер ерҙә лә яҙылмаған, әйтелмәгән, беҙ белмәгән илебеҙ тарихы биттәрен үҙең өсөн өр-яңынан асаһың. Был һине уйҙарға һала, тормошҡа икенсерәк ҡарарға, был донъяның рухи ҡиммәттәрен башҡасараҡ аңларға, баһаларға өйрәтә.

Ҡайһы бер кешеләрҙең яҙмышы үҙе бер тарих. Ил тарихы менән үрелгән, фәһемле. Уларҙы тыңлап туйып булмай. Бер ерҙә лә яҙылмаған, әйтелмәгән, беҙ белмәгән илебеҙ тарихы биттәрен үҙең өсөн өр-яңынан асаһың. Был һине уйҙарға һала, тормошҡа икенсерәк ҡарарға, был донъяның рухи ҡиммәттәрен башҡасараҡ аңларға, баһаларға өйрәтә.

Минең һүҙем ҡайным Рәшит Әхмәтзәки улы Аҙнабаев тураһында. Ул Абдул ауылында 1919 йылдың 20 ғинуарында ауылдың тирә-яғында ла билдәле фельдшер Әхмәтзәки ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға килә. Ҡайным: «Беҙ Башҡортостан Республикаһы менән тиңдәштәрбеҙ», -тип әйтә торғайны. Илебеҙ, республикабыҙ тарихы менән уның яҙмышы ла тығыҙ бәйләнгән. Олатаһы Ғариф мулла Аҙнабаев Яҡшымбәт ауылынан. Данлыҡлы Ҡарғалы мәҙрәсәһен тамамлағандан һуң Абдул ауылына мулла итеп ебәрелгән. Революцияға тиклемге осорҙа улар хәлле генә көн күргән. Революция алып килгән яңылыҡтар уларҙың ғаиләһен дә урап үтмәй. Әммә улы Әхмәтзәкиҙең бар тирә-яҡ өсөн танылған фельдшер, бик күптәргә изгелеге тейгән кеше булыуы ғына был утлы йылдарҙа уларҙың ғаиләһенә имен ҡалырға мөмкинлек биргәндер, тип уйлайым. Сөнки Әхмәтзәки олатайҙың туғандарын үлемдән ҡотҡарып алып ҡалыуын Абдул ауылында ғына ла бер нисә ғаилә мөғжизәле тарих итеп әле лә хәтерләй, матур хәтирә итеп күңелдәрендә һаҡлай. Ошондай атай тәрбиәһендә үҫһә лә, ҡайным үҙенең бала саҡ тормошонда маяҡ булып олатаһы Ғариф мулла тороуын һәр саҡ һағынып һөйләр ине. Данлыҡлы Ҡарғалы баҙары, күрше Ырымбур өлкәһе ауылдарына ла олатаһы менән сәйәхәт итә ул. Бала күңелле, ейәненең тирә-яҡ донъяны танып белеүенә иғтибарлы олатаһы кәрәк саҡта талапсан да, ҡаты ҡуллы ла була белгән.

Абдул ауылында белем алған ҡайным Рәшит Аҙнабаев ауылдашы Зиннур Әҙеһәмов менән Ырымбур педагогия техникумына уҡырға инә. Стәрлетамаҡ ҡалаһында педтехникум асылыу сәбәпле, һуңғы курста уларҙы Башҡортостанға күсерәләр. Йәш уҡытыусы хеҙмәт юлын Ҡарағалпаҡ республикаһында башлай. Хәрби хеҙмәткә алынып, Монголияла хеҙмәт итеп йөрөгән ваҡытта, Бөйөк Ватан һуғышы башлана. «Һеҙ һуғышҡа киткәндә әсәйҙәрегеҙ нисек түҙҙе икән? Бер өйҙән өс егет киткән бит һуғышҡа», - тигән инем мин бер ваҡыт. Сөнки унан кесе ике ҡустыһы Фәрит, Ришат та ҡатнаша һуғышта. Ул йылмайып: «Башта беҙ ҙә, әсәйҙәр ҙә 3-4 айҙан фашистарҙы еңеп ҡайтабыҙ, тип уйланыҡ бит», - тигән ине. Фәрит һуғышта үлә, Ришат пленға эләгеп, күп һынауҙар үтә. Ағаһы Рәшиттең ярҙамы менән, бәхетле осраҡлыҡ арҡаһында, имен-һау тыуған яғына ҡайтып төшә.

Ҡайным һуғышта Башҡорт атлылар дивизияһында хеҙмәт итә. Яҡташыбыҙ Сәғит Әлибаевты ҙур хөрмәт менән иҫкә алыр ине. Дивизияның комиссары С. Әлибаевтың кешелеклеген, туғандарса ҡайғыртыусанлығын, иҫ киткес йылы мөнәсәбәтен һағынып һөйләр булды. Күрмәһәк тә, Сәғит Әлибаев оло йөрәкле, зыялы кеше булып күҙ алдына баҫа торғайны. Шулай уҡ Таһир Күсимов, дивизия командиры Миңлеғәле Шайморатов менән дә яҡындан таныш була. Таһир Күсимовтың сая батырлығын, ҡыйыулығын йылдар үткәс тә һоҡланып иҫкә алды.

Һуғыш ваҡытында шиғри күңелле, аккордеонда уйнаған, оҫта бейеүсе ҡайным Башҡортостандың билдәле шәхесе Фәйзи Ғәскәров, Бәҙәр Йосопова менән ял ваҡыттарында ойошторолған концерттарҙа ла ҡатнаша. Дуҫтар булалар. Ошондай данлы шәхестәрҙе үҙ итеп, яратып һөйләр ине асылып киткән саҡтарында. Үҙе лә шиғырҙар ижад итә. Һуғыштан һуңғы осорҙа «Октябрь юлы» район газетаһында ла йыш ҡына баҫылып сыға улар.

Һуғышта күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалы, «Ҡыҙыл йондоҙ», «Бөйөк Ватан һуғышы» ордендары менән наградлана. Бер атака ваҡытында, ҡаты яраланып, госпиталгә эләгә. Ҡаты яралы Рәшитте иптәштәре үлгән тип иҫәпләй. Ләкин Ишембай районы егете уны яу яланынан ярым үлек хәлдә алып сығып, госпиталгә оҙата. Шул яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн «Ҡыҙыл Байраҡ» орденына тәҡдим ителгән була. Был хаҡта һуңынан иптәштәре әйтә. Наградаға тәҡдим ителгән приказ номерын да яҙып ала Рәшит Вәлиев фамилиялы иптәшенән. Ләкин был награда уға килеп етмәй. Ә Ишембай районы һалдаты, һуғыш бөткәс, уны эҙләп килә, тере икәнлеген күреп ҡыуана. Бына ниндәй икән ул һалдат дуҫлығы!

Ҡайным һуғыштан бер үҙе ҡайтмай. Чехословакия ерендә үҙенең мөхәббәте — рус ҡыҙы Майяны осрата. Ҡыҙҙы тыуған ере Ленинградҡа ҡайтаралар. Ҡайным һуғыштан ҡайтышлай Кривой Рогка юллана. Ата-әсәһен юғалтҡан Майя ошо ҡалала көтә уны. Уҡытыусыһы, туй үткәреп, ҡыҙҙы таныш булмаған яҡтарға, Башҡортостанға, оҙатып ҡала. Улар икеһе лә Абдул мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. Ҡайным рус теленән белем бирһә, ҡәйнәм немец теленән уҡыта. Улар 48 йыл бергә йәшәнеләр. 5 бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр.

Ҡайным Рәшит Аҙнабаевҡа ла ошо көндәрҙә 100 йәш тулыр ине. Башта әйткәнемсә, илебеҙ тарихы менән яҙмышы тығыҙ бәйләнгән, яуҙа Тыуған илен яҡлап көрәшкән яҡташтарыбыҙ, республикабыҙҙың 100 йыллығына әҙерләнгән көндәрҙә, хәтерҙәребеҙҙә тергеҙелергә тейештер. Улар хаҡлы рәүештә маҡтауға, данға лайыҡ.
Читайте нас: