Все новости
Байрам шандауы
19 Июня 2018, 11:17

ИМАМ ҮҘЕ ХӘЙЕР ТАРАТТЫ

Яҡуп ауылы мосолмандары ла Ураҙа байрамына ныҡлы әҙерләнеп, уны лайыҡлы ҡаршыланы.

Яҡуп ауылы мосолмандары ла Ураҙа байрамына ныҡлы әҙерләнеп, уны лайыҡлы ҡаршыланы.

Мәсетебеҙ биләгән ер участкаһы ҙур ғына. Уның үләнен мәктәп директоры Самат Усман улы Туйгилдин сапты, ә баҡсаһын Рауил Исҡужин мотоблок менән һөрҙө. Ауылыбыҙҙың уңған мосолмандары: Ғәлиә, Сажиҙә, Рәшит Ниғмәтуллиндар, Зөлфирә Исхаҡова, Хәмиҙә Юнир ҡыҙы Искәндәрова түтәлдәр яһап, өйҙәренән алып килгән сәскәләрҙе ултыртты. Был изге эштәрҙән һуң иман йортобоҙ ифрат та матурланып китте.

Ураҙа байрамы алдынан изге ғәмәлдәр ҡылыуҙан мәктәп уҡыусылары ла ситтә ҡалманы: спортсыларыбыҙ Батыршиндар, Дәминовтар уҡытыусылары Нурзилә Искәндәрова етәкселегендә зыяраттағы сүпте ике йөк машинаһына тейәп түкте.

Ураҙа ғәйете көндө, иртәнге сәғәт туғыҙҙан алып, ауыл мосолмандары йәм ҡунған мәсеткә йыйылды. Имам Рамаҙан Насретдин улы Хәлилов вәғәз уҡыны, аҙаҡ үҙ умарталығынан йыйған балды хәйер саҙаҡаһы итеп ауылдаштарына таратты. Ул шулай уҡ зыяратҡа бағаналар алыу өсөн ике мең ярым һум аҡса бирҙе.

Байрамдың икенсе өлөшөндә дини байрамға йыйылыусылар үҙҙәре бешереп, әҙерләп алып килгән һый-ниғмәттәрҙән өҫтәл әҙерләп, сәй эсеү ойошторҙо.
Читайте нас: