Все новости
Байрам шандауы
19 Июня 2018, 11:25

КӨЙӨРГӘҘЕЛӘР ӨЛГӨРҘӘР

Һәр яҡлап һынау үткәргән, мәрхәмәт, шәфҡәт өләшкән, миһырбанлы булырға өйрәткән изге Рамаҙан айы тамамланыу айҡанлы, 15 июнь Ураҙа ғәйетен Көйөргәҙе ауылы халҡы бергәләшеп ҡаршы алды.

Һәр яҡлап һынау үткәргән, мәрхәмәт, шәфҡәт өләшкән, миһырбанлы булырға өйрәткән изге Рамаҙан айы тамамланыу айҡанлы, 15 июнь Ураҙа ғәйетен Көйөргәҙе ауылы халҡы бергәләшеп ҡаршы алды.

Ауылыбыҙҙы таң нурҙары иркәләп уятыу менән, имам-хатип Йәмил Сурин етәкселек иткән «Абдрахман» мәсетенә тәүгеләрҙән булып ауыл аҡһаҡалдары Ишбулды Мөхәмәтйәнов, Нурғәле Мөхәмәтов ағайҙар юлланды. Аҡ яулыҡтарын бөркәнеп ауылымдың иң әүҙем ағинәйҙәре Рәйлә Исхаҡова, Сажиҙә Аҡъюлова, Нәзирә Теүәлбаева, Мөкәрәмә Айҙарова, Миңлегөл Боҫҡанова, Миңниса Шәмсетдинова апайҙар , Фәрғәт менән Мәрйәм Исхаҡовтар ғәйет намаҙына йыйылды.

Байрам намаҙы уҡылып, имам-хатип тарафынан вәғәздәр әйтелеп, күңелдәргә иман нуры индергәндән һуң байрам табыны ҡорҙолар. Ололар сәй табынынан тороуға, балалар ҙа килеп уйнап-көлөп, риза булып таралышты.

Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, ауылым ағинәйҙәре әүҙем тормош алып бара: Ураҙа осоронда ифтар мәжлестәре ойошторалар, яҙ етеү менән, тирә-яҡты сүп-сарҙан таҙарталар, Бөйөк Еңеү көнөндә ветерандарға табын йәйәләр, һабантуйҙарҙа ла ҡатнашып өлгөрәләр, йорт-ҡура эштәрендә лә һынатмайҙар, гөрләтеп баҡса үҫтерәләр, ихата тултырып ҡош-ҡорт аҫырайҙар.

Ауыл клубын етәкләгән Рәзилә Байымова ла ағинәйҙәрҙең һәр эшендә тос өлөш индереп, уларҙы әйҙәп йөрөй. Шулай тормоштан тәм, йәм табып, төрлө мәшәҡәттәргә бирешмәй йәшәй Көйөргәҙе ауылы ағинәйҙәре.

Нажиә БАҠЫЕВА
Көйөргәҙе ауылы


Читайте нас: