Все новости
Байрам шандауы
19 Июня 2018, 11:22

МӘСЕТ ЮҠ, ТИП ТОРМАЙҘАР

Быйылғы Ураҙа байрамын Ҡотлоюл ауылы халҡы бик яҡшы итеп үткәрҙе.

Быйылғы Ураҙа байрамын Ҡотлоюл ауылы халҡы бик яҡшы итеп үткәрҙе.

Байрамға бер көн алда ауылдың имам-хатибы Риф Боҫҡанов менән ауыл старостаһы Дамир Ибраһимов, ауыл ир-аттарын саҡырып, зыяраттың ауып ятҡан ҡоймаларын яңырттылар.

Ауылыбыҙҙа мәсет булмаһа ла, дини байрамдарҙы үткәрмәй ҡалғаныбыҙ юҡ. Ауыл имам-хатибының өйөндә үтә бындай саралар. Изге дин юлындағы ауылдаштарыбыҙ был байрамға ла үҙҙәре бешереп алып килгән һый-ниғмәттәрҙән табын ҡороп, сәй эсте, хәйерҙәр таратты.

Зарима БОҪҠАНОВА,

ауыл мәҙәниәт йорто мөдире


Читайте нас: