Все новости
Байрам шандауы
1 Августа 2018, 14:27

ҒӘЛИ НӘҪЕЛЕ ЙЫЙЫЛДЫ

28 июлдә ата бабаларыбыҙ тыуып үҫкән матур Яманһары ерендә Ғәли Мөхәмәтйәров олатайҙың 5 быуын вәкилдәре осрашыу үткәрҙек.

28 июлдә ата бабаларыбыҙ тыуып үҫкән матур Яманһары ерендә Ғәли Мөхәмәтйәров олатайҙың 5 быуын вәкилдәре осрашыу үткәрҙек.


Ғәли Хамматша улы Мөхәмәтйәровтың Гәрәй, Солтан, Рафиҡ, Нафиҡ исемле улдары, ҡыҙы Фәриҙә күптән гүр эйәһе инде. Яманһарыға Ғәли бабайҙың Ейәнсура районынан, Ырымбур өлкәһенән, Күмертау ҡалаһынан, Айсыуаҡ ауылынан ейән-ейәнсәрҙре, бүлә-бүләсәләре килде.
Фирүзә апайҙың йортонда осрашып, йыйылышҡандан һуң, зыяратҡа сыҡтыҡ. Солтан бабайҙың өлкән улы Сулпан, йыл да килеп, бар туғандарҙың да ҡәберҙәрен таҙартып тора, уға бының өсөн ҙур рәхмәт әйткебеҙ килә.
Бесән ваҡыты булғас микән, мәсеттә кеше булманы, керә алманыҡ. Гәрәй, Солтан бабайҙар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Ә Гәрәй бабайыбыҙ иһә хатта 3 һуғышта ҡатнашҡан кеше булған.
Башҡорт халҡының һәр вәкиле ете быуын туғанын белергә тейеш, шуға был осрашыуҙың төп маҡсаты булып балаларыбыҙҙы бер-береһе менән осраштырып, таныштырып тороу ине. Сарабыҙ бик матур үтте, барыһы ейән-ейәнсәрҙәр менән 67 кеше булдыҡ. Матур уйындар уйнап, күңелле йырҙар йырлап ваҡыт үткәне һиҙелмәне лә. Йәш быуын вәкилдәре таң ҡаршыларға ҡалды. Туғандар бындай осрашыуҙы йолаға әүерелдерергә һәм йыл да июнь айында осрашыу үткәрергә тип, һөйләшеп, айырылышты.


Читайте нас: