Бөтә яңылыҡтар
Байрам шандауы
24 Август 2018, 12:33

ОСРАШТЫРҘЫ, БЕРЛӘШТЕРҘЕ

Яҡупта Ҡорбан байрамы быйыл да бик ойошҡан рәүештә һәм матур үтте.

Яҡупта Ҡорбан байрамы быйыл да бик ойошҡан рәүештә һәм матур үтте.
Районыбыҙҙың «Ватан» ауыл хужалығы кооперативында эшләүсе ауылдашыбыҙ Рәмил Уралбәк улы Ибраһимов хәләл ефете Флүрә Тимерхан ҡыҙы менән Ҡорбан ғәйетенә һарыҡ салып, һый-ниғмәттәрҙән бай табын әҙерләп, барлыҡ ауылдаштарын байрамға саҡырҙы. Был көндәрҙә Ибраһимовтарҙың бергә тиң ғүмер итеүҙәренә 30 йыл тула, шулай уҡ улдарының да тыуған көнө икән. Яҡуптар уларҙы тормоштарындағы был ҡыуаныслы ваҡиғалар менән ҡотлап, иҫәнлек-һаулыҡ теләне, Ҡорбан байрамын үткәреүгә индергән матди ярҙамдары өсөн оло рәхмәттәрен белдерҙе.
Ауылдашыбыҙ Миңнехан Үлмәҫбаев һарыҡ салып, өй беренсә ҡорбан ите таратты. Уға ла бик рәхмәтлебеҙ! Аяҡ-ҡулығыҙ һыҙламаһын, Аллаһы Тәғәлә һеҙгә оҙон ғүмер бирһен!
Ауылдашыбыҙ, имам-хатип Рамаҙан Насретдин улы Хәлилов ауыл мәсетендә намаҙ уҡып, вәғәз һөйләне, байрамға килеүселәргә дини китаптар таратты. Ҡорбан ғәйетенә Күмертауҙан ауылдашыбыҙ, шағир Кинйәғәли Абдуллин да ҡайтҡайны. Ул шулай уҡ үҙ юбилейына ҡарата сығарған китабын байрамға килеүселәргә автографтар менән бүләк итте.
Ҡорбан байрамы бына шулай яҡуптарҙы осраштырҙы ла, берләштерҙе лә. Артабан да шулай бергә ҡалайыҡ, кемдәр байрамды үткәрешергә ярҙам иткән, шуларҙың барыһына ла Яҡуп ауылы халҡы ҙур рәхмәт әйтә.
Читайте нас: