Все новости
Байрам шандауы
24 Августа 2018, 12:10

ТЕЛӘКТӘРЕ АШЫР ТОРМОШҠА

Ҡорбан байрамы көнөндә Күмертау ҡалаһы мәсетендә иртәнге намаҙҙан һуң ҡорбан салып, былау бешереп бар халыҡты һыйланылар.

Ҡорбан байрамы көнөндә Күмертау ҡалаһы мәсетендә иртәнге намаҙҙан һуң ҡорбан салып, былау бешереп бар халыҡты һыйланылар. Артабан байрам ҡаланың үҙәк майҙанында дауам итте. Бында Күмертау ҡала мәсете имам-хатибы Салауат хәҙрәт Баймөхәмәтов сараға килгән халыҡты изге Ҡорбан ғәйете менән ҡотлап, доғаларын ҡылды. Ҡала мосолмандарын Стәрлетамаҡ артистары матур концерт программаһы менән ҡыуандырҙы. Тамашасылар йырсыларға ҡушылып йырланы ла, рәхәтләнеп бейене һәм шундай күңелле байрам тамашаһынан теләр-теләмәҫ кенә таралышты.
Читайте нас: