Юшатыр
-10 °С
Облачно
75 лет Победы
Все новости
Байрам шандауы
4 Сентября 2018, 13:47

ХӘТЕРҘӘРЕНДӘ ОҘАҠ ҺАҠЛАНЫР

Үткән шәмбе көндө, 1 сентябрҙә, бар ерҙә лә, шулай уҡ Көйөргәҙе районы менән Күмертау ҡалаһының уҡыу йорттарында ла, шаулап-гөрләп Белем байрамы үтте, балаларҙы яңы уҡыу йылына, парталар артына саҡырып тәүге ҡыңғырау шылтыраны.

Үткән шәмбе көндө, 1 сентябрҙә, бар ерҙә лә, шулай уҡ Көйөргәҙе районы менән Күмертау ҡалаһының уҡыу йорттарында ла, шаулап-гөрләп Белем байрамы үтте, балаларҙы яңы уҡыу йылына, парталар артына саҡырып тәүге ҡыңғырау шылтыраны.


Кемдер өсөн был һәр йылдағыса ҡәҙимге байрам булһа, кемдер өсөн башҡаларға ҡарағанда иҫтә нығыраҡ ҡалырлыҡ байрам. Иҫке Отрада мәктәбе балаларының хәтерендә быйылғы 1 сентябрь көнө бик оҙаҡ һаҡланыр. Сөнки был уҡыу йортондағы спорт залына капиталь ремонт яһағандан һуң уны асыу тантанаһы булды. Был эштәрҙе уңышлы атҡарып сығыу өсөн «Реаль эштәр» программаһы буйынса 400 мең һум аҡса бүленгән. Ҡыуаныслы сараға - мәктәптең спорт залын тантаналы асыуға Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Закир улы Байғусҡаров та килде. Сарала шулай уҡ район Хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтов, Хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Люциә Тәлғәт ҡыҙы Хәмитова, район мәғариф бүлеге начальнигы Ирина Ринат ҡыҙы Ибраһимова ҡатнашты. Улар мәктәп коллективын яңы уҡыу йылы һәм яңыртылған спорт заллы булыуҙары менән ихлас күңелдән ҡотланы, уҡыусыларға уҡыуҙарында, ә уҡытыусыларға педагогик хеҙмәттәрендә яңы уңыштар, яңы үрҙәр яулауҙарын теләне.

Хәҙер иҫке отрадаларҙың йәш быуын вәкилдәре араһынан бынамын тигән спортсылар сыҡһа, быға һис тә ғәжәпләнмәйәсәкбеҙ, сөнки спорт менән шөғөлләнеү өсөн бында бөтә уңайлы шарттар ҙа булдырылған.
Читайте нас в