Бында яңыраҡ ҡына БР Мәғариф министры урынбаҫары Илдар Марат улы Мәүлетбирҙин да килеп, уҡыу йортоноң шәплегенә, балаларға белем һәм тәрбиә биреү өсөн барлыҡ тейешле шарттар булдырылыуына һоҡланып киткән.
«Быйыл бишенсе класҡа 50 бала уҡырға килде», - тип шатланып тора РПЛИ директоры Римма Ғөбәйҙуллина. Ил буйынса мәктәптәрҙе әллә ниндәй рейтинг буйынса баһалайҙар, уҡыусылар ҡайһылыр мәктәптән ҡаса, ә ҡайҙалыр, киреһенсә, уҡырға ҡыуанып килә, бына шул була ла инде ысын рейтинг. Был йәһәттән РПЛИ бөтә рейтингтарҙың башында торорлоҡ.