Үҙ республикабыҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо, уның тарихы, мәҙәниәтенә ихтирам, яҙмышына ҡыҙыҡһыныу, Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү маҡсаты менән, 10 октябрҙә Яҡшымбәт балалар баҡсаһында «Республика көнөнә» арналған иртәлек үтте.
Ҙурҙар төркөмө тәрбиәсеһе Гөлмирә Зиннәт ҡыҙы Бикмаева әҙерләгән был сараны, бай йөкмәткеле, балалар өсөн аңлайышлы итеп алып барҙы. Балалар Тыуған илгә һөйөү тураһында йырҙар йырланы, шиғырҙар һөйләне, бейене.Ҡунаҡҡа ауылыбыҙҙың мәҙәниәт йорто етәксеһе Фидан Роберт улы Булатов саҡырылғайны. Ул балаларҙы башҡорт халҡының музыка ҡоралы ҡурай менән таныштырҙы, легендаһын һөйләне, уйнап күрһәтте. «Балаларҙың башҡорт телен, әҙәбиәтен, тарихын онота барған заманда йәшәйбеҙ. Шуға ла бындай саралар үткәрелеүе бик мөһим», - ти Гөлмирә Зиннәт ҡыҙы. Балаларыбыҙҙың киләсәктә лә ауылыбыҙҙың сәнғәт мәктәбендәге ҡурай, бейеү түңәрәктәренә йөрөп, туған телен, илен яратҡан, хөрмәт иткән балалар булып үҫерҙәренә ышанабыҙ.