Все новости
Байрам шандауы
9 Ноября 2018, 13:14

«СӘНҒӘТ КЕШЕНЕ БЕРЛӘШТЕРӘ»

Халыҡтар берҙәмлеге көнө хаҡында ил халҡының күбеһе белмәй, белгәндә лә, өҫтәл ҡороп байрам итмәй, тигән фекергә килтерҙе соцһорауҙар һөҙөмтәһе - һаман булһа элекке Бөйөк Октябрь социалистик революцияһы байрамын онота алмай ҡаңғырабыҙ. Шулай ҙа властар байрам тип әйткәс, уны байрам итергә кәрәк.

Айсыуаҡ ауыл китапханаһы, сәйәси яҡтан өлгөр булараҡ, «Сәнғәт төнө» тигән байрам сараһы үткәргән. Йәш кенә рәссам Әлфинә Сынбулатова үҙ эштәренән күргәҙмә ойошторған, шулай уҡ Ермолаево художество мәктәбе уҡытыусыһы Н. Фомичева ла үҙенең картиналарын күргәҙмәгә ҡуйған. Ниндәй байрам йырһыҙ үтһен, Тимур Булғаиров, Иван Конев, Мария Панферова, Әнүәр Әминев, Диана Ниғмәтуллина, Антон Лутченколар сараны йыр-моң менән биҙәгән. «Сәнғәт кешене берләштерә» девизы аҫтында үткән был байрам. Ысынлап та, беҙҙе гелән революция, һуғыштар ғына берләштерергә тейеш түгел дә инде.
Читайте нас: