Все новости
Байрам шандауы
27 Ноября 2018, 13:15

ДУҪЛЫҠ ЕҢДЕ

Үткән аҙнала М. Исҡужин исемендәге 13-сө башланғыс мәктәбендә "Әсәләр көнө"нә арналып бик матур байрам үткәрелде.

Үткән аҙнала М. Исҡужин исемендәге 13-сө башланғыс мәктәбендә "Әсәләр көнө"нә арналып бик матур байрам үткәрелде.


Байрам башында уҡыусылар әсәйҙәрен байрам менән ҡотлап шиғырҙар hөйләнеләр, йырҙар йырланылар. Аҙаҡ 3 “А” hәм 3 “Б” класс әсәләре араhында ярыш та ойошторолдо. Әсәйҙәр был сараға бик дәртле, әүҙем әҙерләнеп ҡатнаштылар, байрамды дәррәү күтәреп алдылар. Ярышта "Супер әсәйҙәр" – 3 “А” hәм "Зирәк әсәйҙәр 3 “Б” класы командалары ҡатнашты. Иң беренсе командалар үҙҙәре менән таныштырҙы, аҙак өйҙә әҙерләп алып килгән башҡорт аштары хаҡында һөйләнеләр. Әсәйҙәр был ярышта үҙҙәрен шиғриәт өлкәhендә лә, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел йолаларын (әсәйҙәр тураhында мәҡәлдәр әйтешеү) белеү буйынса ла, йыр-моңға оҫта икәнлектәрен дә, шулай уҡ спорт өлкәhендә лә өлгөр, етеҙ булыуҙарын күрhәтте. Ярышта жюри ағзалары бер тауыштан дуҫлык еңде, тип баhаланы. Сара бик дәртле, ҡыҙыҡлы үтте. Балалар әсәйҙәрен ихлас алҡыштар менән көс биреп, дәртләндереп ултырҙы. Был сараны класс етәкселәре Гөлназ Сәғит ҡыҙы Әмирғәлина hәм Әнүзә Салауат ҡыҙы Йәмилева ойошторҙолар. Байрам тантанаhы кластарҙа әсәйҙәр тарафынан әҙерләнгән сәй эсеү менән тамамланды. Был саранан әсәйҙәр күтәренке күңел менән таралышты. Сара барыhына ла бик оҡшаны.


Читайте нас: