Все новости
Байрам шандауы
27 Ноября 2018, 13:01

ОҪТАЛЫҠТАРЫ МЕНӘН БҮЛЕШТЕЛӘР

Әсәйҙәр көнө уңайынан, үткән кесаҙна көндө, яҡшымбәттәр китапханаларында ауылдың “Ағинәйҙәр” ойошмаһы менән осрашыу үткәрҙе. Сараға килгәндәр бер-береһенә байрам менән ҡотлап йылы һүҙҙәр, изге теләктәрен әйтте.

Халҡыбыҙҙың йолаларын тергеҙеү маҡсатында үткән осрашыуҙа ҡул эштәре серҙәре менән бүлеште гүзәл заттар. Маһинур Мәҡсүтова, Рәйлә Аҡһарова, Мәрйәм Искәндәрова кеүек апайҙар төрлө ҡул эштәре буйынса мастер-класс күрһәтеп милли кейемдәргә биҙәүестәр яһарға өйрәттеләр. Осрашыуҙа төрлө халыҡ йырҙары ла яңғыраны. Бигерәк тә Ләлә Боҫҡанованың йырҙары күңелгә үтеп инде.

Сара һуңында халҡыбыҙҙың милли аштары менән тәмләп сәй эсеү ҙә булды.
Читайте нас: