Свобода интернатында барлығы 29 хаҡлы ялдағылар йәшәй. Уларҙың 18-е генә үҙ аллы йөрөй ала. Беҙҙе улар һәм унда эшләүсе хеҙмәткәрҙәр бик йылы ҡаршы алды. Залда ултырған оло йәштәге кешеләр был байрамдан ниндәйҙер тылсым көтә инеләр. Күңелле көй аҫтында Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу кергәс, улар шатланып ҡул саптылар. Ҡарттар йотонда тәрбиәләнеүселәрҙең береһе лә ихтибарһыҙ ҡалманы. Тылсымлы Ҡыш бабай бүләккә мандарин, кәнфит һәм открыткалар алып килгән. Оло йәштәге кешеләр өсөн бүләктәр йыйыуҙа ярҙам иткән Мария Егер, Татьяна Копошко, Надежда Евко, Наталья Щербакова, Гулнара Науваль, Лариса Артюх, Зөлфиә Әминева, Елизавета Герасимова, Елена Макарова, Марина Советоваларға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Изгелек акцияһының иң бәләкәй ҡатнашыусылары Таня Евко һәм Милана Манухинаның үҙ ҡулдары менән эшләгән байрам открыткаларын ололар бик йылы ҡабул итеп алдылар. Яңы йыл байрамын үткәреүҙә ярҙам иткән ирекмәндәр – Ирина Карпова, Павел Егоров, Любовь Сапожникова, Андрей Кириллов һәм Йәмил Рафиковтарға, сәнғәт мәктәбенә лә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.