Все новости
Байрам шандауы
5 Января 2019, 12:35

ҠЫШ БАБАЙҒА ҺҮҘ БИРҘЕК

Иң тылсымлы байрам – Яңы йыл. Һәр бала яңы йылдан серле бүләк көтә.

Иң тылсымлы байрам – Яңы йыл. Һәр бала яңы йылдан серле бүләк көтә. Беҙҙә лә, М. Исҡужин исемендәге 13-сө башланғысмәктәбендә, шаулап Яңы йыл байрамы үтте. Ҡунаҡҡа Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу килде. Беҙ уларға шиғырҙар һөйләнек, Розалина йыр йырланы, уйындар ҙа уйнаныҡ. Шулай уҡ яратҡан уҡытыусыбыҙ Гөлназ Әмирғәлина ла “Шыршы ҡупшы кейенгән” йырын башҡарҙы. Байрам һуңында Ҡыш бабай беҙгә бүләктәр бирҙе. Беҙ уға “4”-ле һәм “5”-ле билдәләренә генә тырышып уҡырға һүҙ бирҙек.

Ошондай күңелле байрамды ойошторған әсәйҙәребеҙгә рәхмәт әйтәбеҙ һәм уларға иҫәнлек, һаулыҡ теләйбеҙ.
Читайте нас: