Все новости
Байрам шандауы
5 Января 2019, 13:18

ҠЫУАНЫСТАРЫНЫҢ СИГЕ ЮҠ

Һаумыһығыҙ “Юшатыр”ҙар! Һеҙгә Кинйәбай башланғыс мәктәбе уҡыусылары исеменән яҙам. Яратҡан гәзитебеҙ аша рәхмәт әйткем килә.

Һаумыһығыҙ “Юшатыр”ҙар! Һеҙгә Кинйәбай башланғыс мәктәбе уҡыусылары исеменән яҙам. Яратҡан гәзитебеҙ аша рәхмәт әйткем килә.


Һәр кем тылсым көткән Яңы йылға ҡайҙан балаларға күстәнәскә аҡса алырға инде, тип торғанда беҙгә аҡбалсыҡ карьеры хужаһы Рим Ғәлиев күстәнәстәрен тейәп килеп керҙе. Уны күреү менән балаларҙың ҡыуаныстарының сиге булманы. Тәмлекәстәрҙән тыш аҡсаһын да бирҙе. Ул аҡсаға байрамдың төп хужалары булған Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуға костюмдар һатып алдыҡ.

Беҙгә байрам үткәреүҙә ярҙам иткәне, балаларға сикһеҙ ҡыуаныс бүләк иткәне өсөн Рим Радик улына рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ошолай беҙгә йыл һайын ярҙам итеп торһондар ине. Уларға уңыштар, һаулыҡ, юлдарының һәр саҡ уң булыуын теләйбеҙ.

Кинйәбай башланғыс мәктәбе уҡыусылары исеменән
Читайте нас: