Все новости
Байрам шандауы
26 Февраля 2019, 15:23

Егеттәр һыр бирмәне

Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап Көйөргәҙе ауыл клубында Рәзилә Баимова етәкселегендә «Йәгеҙ әле егеттәр» конкурсы үткәрелде.

Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арнап Көйөргәҙе ауыл клубында Рәзилә Баимова етәкселегендә «Йәгеҙ әле егеттәр» конкурсы үткәрелде. «Ауыл егеттәре» командаһында ауыл эшсәндәре, «Бөркөттәр» командаһында һалдатҡа бара торған егеттәр ҡатнашты. Ярыштар бик күңелле үтте. Төрлө-төрлө уйындар, мәҫәлән, гер күтәреү, балыҡ тотоу уйындарын уйнанылар. Ауыл егеттәре һыр бирмәне: капитаны Буранбай Кинйәғолов беренсе урынға сыҡты. «Бөркөттәр» командаһында Фидан Сәлихов икенсе урынға сыҡты. Егеттәребеҙ һынатмай, оҫта итеп йырланылар ҙа. Ауыл халкы рәхмәттәр әйтеп, рәхәтләнеп бейей-бейей таралашты. Клубыбыҙ асылғас, бигерәк күңелле. Аҙнаһына ике тапҡыр бәйләү түңәрәге лә эшләп килә. Ағинәйҙәр, ауыл йәштәре лә бик әүҙем йөрөйҙәр.
Читайте нас: