Все новости
Байрам шандауы
26 Февраля 2019, 15:45

Зирәктәрҙе бүләктәр көттө

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан Яҡут ауылы ир-егеттәренә ауыл ҡыҙҙары, апайҙары сит илгә сәйәхәт бүләк итте.

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан Яҡут ауылы ир-егеттәренә ауыл ҡыҙҙары, апайҙары сит илгә сәйәхәт бүләк итте. Бар сара башынан аҙағына тиклеп тамашасылар, самолет пассажирҙарына әйләнеп, сәйәхәт иттеләр. Һәр ил хаҡында видеороликтар күрһәтеп барылды. Ниндәй генә илдә улар булманы: Ҡаҙағстан, Һиндостан, Вьетнам, Румыния, Сыуашстан, Англия, Үзбәкстан… Греция ла ҡалманы. һәр илдә пассажирҙарҙы ихлас йыр, бейеүҙәр менән ҡаршы алдылар. Стюардессалар тәмле һыуҙар менән һыйланы. Һәр ил тураһында ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап биргәндәрҙе бүләктәр көттө. Самолетыбыҙ Мәскәү ҡалаһына ла төшөп, ир-егеттәребеҙҙе Президенттан ҡотлаттыҡ. Шундай үҙенсәлекле сәйәхәт бүләк итергә ярҙам иткән үҙешмәкәр артистарыбыҙға, ауылыбыҙҙың уңған апайҙарына, килендәренә, ҡыҙҙарына оло рәхмәттәрәбеҙҙе еткерәбеҙ. Барыһына ла иҫәнлек, һаулыҡ, именлек теләп ҡалабыҙ.
Читайте нас: