Все новости
Байрам шандауы
12 Марта 2019, 15:36

Аҙ булһаҡ та, берҙәмбеҙ

7 мартта Кинйә-Абыҙ ауылында «Йәгеҙ әле, һылыуҙар!» исемле күңелле конкурс үтте. Был матур сараны ауылдашыбыҙ, тәрбиәсе Лилиә Әхмәтйәнова ҡыҙыҡлы итеп әҙерләгән.

7 мартта Кинйә-Абыҙ ауылында «Йәгеҙ әле, һылыуҙар!» исемле күңелле конкурс үтте. Был матур сараны ауылдашыбыҙ, тәрбиәсе Лилиә Әхмәтйәнова ҡыҙыҡлы итеп әҙерләгән. Сарала Гүзәлиә Биктимирова, Розалия Хәлилова, Флүзә Андреева, Гөлфиә Рахманғолова, Миннинур Шәрипова, Айгөл Әхмәтйәнова үҙҙәрен уңған, шаян хужабикәләр итеп күрһәтте. Беҙ, күмәкләшеп, төрлө ҡыҙыҡлы һынауҙар үттек. Лилиәбеҙ бейетте, йырлатты, бәпес төрөп, бишек йырын көйләтте, хатта мода ла күрһәттерҙе. Лилиә Рифат ҡыҙы «Ауылым һылыуҙары» исемле фотолар менән ҡотлау презентацияһы ла әҙерләгәйне. Үҙебеҙҙе экранда күреп аптыраныҡ та, Лилиәнең был эшенә һоҡландыҡ та. Мәктәп уҡыусылары Лилиә апалары өйрәткән күңелле бейеүҙәре, Розалия апалары өйрәткән дәртле йырҙары менән байрамды биҙәне.

Ошо матур кисә Маҡтау грамоталары һәм бүләктәр тотоп, иҫтәлеккә фотоға төшөү һәм сәй эсеү менән тамамланды. Был сараны үткәреү өсөн клуб мөдире Розалия Хәлилова һәм музей директоры Фәнис Рахманғолов аҡсалата ярҙам күрһәтте.

Аҙ булһаҡ та, шулай бергәләп төрлө саралар үткәреп торабыҙ. Ватан һаҡсылары көнөн дә Розалия бик матур итеп үткәргәйне.

Ауылдаштарым, барығыҙға ла ҙур рәхмәт!
Читайте нас: