Байрам кәйефе фойела ойошторолған ҡул эштәре күргәҙмәһен һәм балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр төшөргән әсәйҙәр портреттарын ҡарауҙан башланды. Ә сәхнәлә ярышыусы өс команда төрлө конкурстарҙа һынауҙар үтте. Театр йылына арналған спектаклдәрҙән өҙөктәр, хатта, ҡурсаҡ театры ла бик оҫта башҡарылды.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡотлап йырлаусы егеттәр кисәгә йәм өҫтәне. Шулай уҡ ошо көндәрҙә 80 йәшлек юбилейын билдәләгән, ғүмеренең яртыһын һауынсы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Фәүриә Хөсәйенованы ла ҡотланылар ауылдаштары. Бөтә донъя мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып уйнап йөрөгән оло йәштәгеләргә, конкурстар араһында йүгереп сығып балаларын ҡарап йөрөүсе әсәйҙәр һәм ял көндәрендә генә өйрәнеп өлгөргән йәш ҡыҙҙарға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Зал тулы тамашасылар берсә моңайып, берсә һынһыҙ көлөшөп ултырҙылар. Бөтә ҡатнашыусыларға, спонсор Хафиз Сарбаевҡа һәм кисәне ойоштороусыларға ҙур рәхмәт! Ауылыбыҙҙың ошолай гөрләп йәшәүе өсөн ҡыуанабыҙ, ауылдаштар!