Әниләр - ерҙә иң кәрәкле кеше,
Әниҙәрҙең беләйек ҡәҙерен.
Ел-дауылдан һаҡлап үҫтергән ул,
Ҡыҙғанмайынса барлыҡ ғүмерен!
Ошо матур шиғыр юлдары менән башланды Абдул клубында 8 Март - Ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған концерт. Ҡыш айының ҡарлы-буранлы көндәре әҙерәк ялҡытҡан кеүек. Яҙҙың тәүге аҙнаһы, көтөп алған был көн ысын-ысындан күңелле, ҡояшлы башланды. Кис етеү менән, халыҡ мәҙәниәт йортона ашыҡты. Матур итеп биҙәлгән белдереү күптән үҙенә тартып тора ине. Концертҡа килгәндә, шул тиклем зауыҡлы, уйлап, еренә еткереп әҙерләнелгән. Клуб шығрым тулы. Кисәне ауылыбыҙҙың уңған тракторсыһы Айнур Ниғмәтуллин алып барҙы. Залда ултырған барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡотлап, күңелдәргә дәрт бирҙе, күҙҙәребеҙ ҙә сыланып алды.
Клуб мөдире Юлиә Ниғмәтуллина концертты ойоштороусы ла, үҙе моңлы йырсы ла, үҙе оҫта башҡарыусы ла. Миңлеғәли Чурин менән Зәйтүнә апайҙар ғаиләһе өҙҙөрөп баянда уйнап, ҡыҙҙары Нәзифә менән әниҙәргә арнап йыр йырланылар. Мәктәп уҡыусылары ла ситтә ҡалманы. Элина Усманова башҡарыуында «Ҡайтабыҙ ҙа китәбеҙ», «Атай-әсәй - ҡәҙерлеләрем» йырҙарын йырлағас, әлбиттә, залдағы ҡатын-ҡыҙҙар тыныс ҡына ултыра алмағандыр. Бейеүселәр Азалия Килмәтова, Камила Ишмөхәмәтова, Сөмбөл Ниғмәтуллина, Гөлгөнә Насирова башҡорт, татар бейеүҙәрен бейегәндә, уларҙың аяҡтарына күҙ эйәрмәй, афарин ҡыҙҙарға! Самира Усманова менән Айлина Ниғмәтуллина «көнсығыш» бейеүен килештереп башҡарҙылар. Музыкаль яҡтан биҙәүселәр Айҙар Хөснөтдинов, Алик Собханғолов йырҙарын ҡабат-ҡабат алҡыштарға күмеп, һорап алдылар. Ҡатнашыусылар көләмәстәре менән дә көлдөрөп алырға онотманы. Концерт тамамланғас та, халыҡ ҡайтырға ашыҡманы, тәьҫораттары менән бүлеште, баянсыларыбыҙ әниҙәрҙе бейетте, һуңынан йәштәр дискотекаһы менән байрам тамамланды.
Абдул халҡы исеменән үрҙә әйтелгән алып барыусыларға беҙгә матур байрам ойошторғандары өсөн ҙур рәхмәт әйтәбеҙ. Улар әле «театр яҙы»на арналған спектакль әҙерләй. Уңыштар теләйбеҙ, һәм дә мәҙәниәт усағы дөрләп торһон, ә беҙгә инде клубҡа барып ҡул сабып ултырырға яҙһын.