Все новости
Байрам шандауы
12 Марта 2019, 13:41

Оҙаҡ янды

Красный Маяк ауылында 9 мартта ысын-ысындан ҡышты оҙатыу байрамы - Масленица бик күңелле үтте. Кескәйҙәрҙән алып оло йәштәгеләргә тиклем Юлия инәй йорто янына байрамға йыйылды. Сара юғары кимәлдә үһен өсөн, ауылдаштарым бик ҙур тырышлыҡ һалған.

Юлия Александровна байрам хөрмәтенә, көн һыуыҡ тип тормай, ҙур табын әҙерләгән. Иш янына ҡуш тигәндәй, ауылдаштары ла бик күп һый-ниғмәттәр әҙерләп алып килгән. Бигерәк тә яҙғы ҡояшты хәтерләткән тәмле түңәрәк ҡоймаҡтарҙы барыһы ла яратып ашаны, башҡа һыйҙар ҙа байрамға йыйылыусыларҙың күңелдәренә хуш килде. Аҙаҡ Табильдиндар ғаиләһе барыһын да Масленица байрамы менән ҡотланы.

Иң күңелле мәл ҡарасҡыны яндырыу булғандыр, моғайын. Ул бик оҙаҡ янды. Әйтерһең дә, ҡыштың тиҙ генә китәһе килмәне. Был көндө Красный Маякта йыр-моң яңғырап торҙо, байрамды бейеүҙәр ҙә биҙәне. Шулай уҡ төрлө күңелле уйындар, конкурстар ойошторолдо, бүләктәр таратылды.
Читайте нас: