Все новости
Байрам шандауы
12 Марта 2019, 13:25

Сәхнәне дер һелкеттеләр

Бына ҡышты оҙатып, көтөп алған яҙға ла аяҡ баҫтыҡ. 7 март Ҡотлоюл ауыл клубында Ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған матур концерт булды.

Бына ҡышты оҙатып, көтөп алған яҙға ла аяҡ баҫтыҡ. 7 март Ҡотлоюл ауыл клубында Ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған матур концерт булды. Күңелде тулҡынландырғыс моңдары менән сығыш яһаусылар Л. Боҫҡанова, Р. Арыҫланова, Л. Ибраһимова, А. Аҡһарова, Р. Хәкимова, А. Әбдрәхимова, бейеү коллективы яңы бейеүҙәре менән сәхнәне дер һелкеттеләр. Килгән тамашасылар араһында оло йәштәге инәйҙәргә байрам бүләктәре бирҙек. Күмертау ҡалаһынан килгән ҡунаҡ Хәниф еҙнә баянда уйнап, моңло йырҙарын йырлап байрам менән ҡотланы. Әртистәремә, килеп ҡул сабып ултырған тамашасыларыма оло рәхмәтлемен.
Читайте нас: