Все новости
Байрам шандауы
12 Марта 2019, 15:15

Һуштарын алды!

Таймаҫ ауылы халҡы өсөн 8 Март байрамының ял көндәре бигерәк күңелле үтте. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған байрамда Таймаҫ мәҙәниәт йорто артистары ауыл халҡы өсөн дәртле, моңло, бик матур концерт әҙерләгән.

Таймаҫ ауылы халҡы өсөн 8 Март байрамының ял көндәре бигерәк күңелле үтте. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған байрамда Таймаҫ мәҙәниәт йорто артистары ауыл халҡы өсөн дәртле, моңло, бик матур концерт әҙерләгән. Артистар менән бер рәттән ауылыбыҙ таланттары ла сәхнәгә сығып тамашасыларҙы һөйөндөрҙө. Ир-егеттәрҙең залдағы һәр ҡатын-ҡыҙға сәскә бүләк итеүе - гүзәл заттарыбыҙҙың һуштарын алды! Күп кәрәкме ни инде ҡатын-ҡыҙҙарға!

Йәкшәмбе көнө Таймаҫ мәҙәниәт йорто артистары дәррәү генә Масленица байрамын ойошторҙо. Йырлы-моңло тамаша, уйындар, ҡоймаҡлап сәй эсеү, аттарҙа елдереү – һәр кемдең күңеленә хуш килгәндер. Афарин, таймаҫтар! Ошондай күңелле саралар ойоштороп әүҙем йәшәү – үҙе бер ғүмер.

Ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре – Альбина Килмәтоваға, Ләлә Исмәғиловаға, Фәрит Юлтыевҡа, талантлы бейеүсебеҙ, бар ерҙә лә өлгөр Татьяна Исҡужинаға һәм башҡа әүҙем ҡатнашҡан артистарыбыҙға, спонсор ярҙамы күрһәткән фермерҙар Илья Беликка, Сергей Поляевҡа, Айрат Әлмөхәмәтовҡа, Гөлнур Абдуллинаға, Евгений Дорофеевҡа, Владимир Кислицынға, Радмир Аҙнабаевҡа, шәхси эшҡыуарҙар Азамат Зәбировҡа, Юлай Исмәғиловҡа, «Юлдаш» АХК-һы башлығы Юлай Юлдыбаевҡа, ауылдаштар Илшат Бикмөхәмәтовҡа, Миңлеғужа Рыҫҡоловҡа матур байрамдар ойоштороп, ауыл халҡының кәйефтәрен күтәргәндәре өсөн ҙур рәхмәт. Матур тамашалар артабан да дауам итһен!
Читайте нас: