Все новости
Байрам шандауы
12 Марта 2019, 14:39

Ҡыҙҙарыбыҙ яҙғы сәскәләй

Март! Яҙ башы, яҙҙың беренсе айы. Яҙ менән бергә барлыҡ тирә-яҡ яңынан яңыра, тәбиғәт оҙаҡҡа талған йоҡоһонан, күкрәк тултырып һулыш алып күҙен аса. Яҙғы тәбиғәт, әйтерһең, яңы тыуған сабый! Ҡар аҫтынан ер күренер-күренмәҫ элек морон төрткән яңы үлән, яңы сәскә, яңы уҗым, яңы бөрө... бар тәбиғәт яңынан тыуа.

Март! Яҙ башы, яҙҙың беренсе айы. Яҙ менән бергә барлыҡ тирә-яҡ яңынан яңыра, тәбиғәт оҙаҡҡа талған йоҡоһонан, күкрәк тултырып һулыш алып күҙен аса. Яҙғы тәбиғәт, әйтерһең, яңы тыуған сабый! Ҡар аҫтынан ер күренер-күренмәҫ элек морон төрткән яңы үлән, яңы сәскә, яңы уҗым, яңы бөрө... бар тәбиғәт яңынан тыуа. Яҙ үҙе менән матур байрамыбыҙ - 8 Март - Ҡатын-ҡыҙҙар көнөн алып килеүсе лә. Ҡатын-ҡыҙҙың матурлығы, гүзәллеге, алиhалеге лә, тап бына яҙҙың ҡояш нурҙарынан тағы ла балҡый, нәфисләнә, уяна, әйтерһең, ҡар аҫтынан ҡояшҡа тартылған умырзая, яҙғы ләлә сәскә ата. Ошо матур байрам айkанлы, беҙҙең Тимербайҙа матур итеп «Йәгеҙ әле, әниләр» конкурсы уҙғарылды! Был конкурста ҡатнашҡан барлыҡ гүзәл заттарыбыҙға: Фирүзә Килмәтоваға, Нәсимә Тазетдиноваға, Рәйсә Әкбәроваға, Вилиә Юлаеваға, Айһылу Килмәтоваға, Лилиә Әкбәроваға, Гөлназ Тазетдиноваға hәм Рима Бикҡоловаға ҙур рәхмәтемде белдерәм!

Бүләктәр өсөн Свобода ауыл хакимиәте башлығы Сания Миңләхмәт ҡыҙы Сәйетбатталоваға ҙур рәхмәт! Жюри ағзалары Лена Мансур ҡыҙы hәм Мәғәфиә Ғәбдразаҡ ҡыҙына, Альфира Рауил ҡыҙына рәхмәтлемен, hәр ваҡыт миңә ярҙам ҡулы һуҙалар.
Читайте нас: