Все новости
Байрам шандауы
12 Марта 2019, 14:06

Ҡышты оҙаттыҡ, яҙҙы ҡаршы алдыҡ

Яҙ миҙгеленең иң тәүге байрамдарын Зәк-Ишмәт халҡы бик шәп итеп үткәрҙе. Иң тәүҙә балалар баҡсаһында 8 март байрамына арналған матур сара уҙғарылды. Бында кескәйҙәр менән тәрбиәселәр «Ике ҡыҙ» тип аталған татар халыҡ әкиәтен сәхнәләштерҙе. Балаларҙың шундай оҫта итеп уйнауҙарына һоҡланып та бөтөрлөк түгел. Байрам һуңында бәләкәстәр әсәйҙәре менән бергә күмәкләшеп сәй эстеләр.

Мәҙәниәт йортонда ике сәғәттән артыҡ барған концерт программаһы бар ауыл халҡының күңеленә хуш килде. Унда ауылыбыҙ әртистәре һәр ваҡыттағыса бик матур итеп сығыш яһаны. Улар ҡуйған скетчты ҡарап, рәхәтләнеп көлдөк. Һәр бер сығыш дәррәү алҡыштарға күмелде. Үҙебеҙҙең арала шундай талант эйәләре булыуы менән ғорурланып ултырҙыҡ. Тамашасыларҙың шундай йәмле байрам өсөн рәхмәтле булыуы күҙҙәренән үк күренә ине. Мәктәп уҡытыусыларының сығышы ла байрамға йәм өҫтәне. Ирле-ҡатынлы Капустиндарҙың йырлауын тыңлау — үҙе бер кинәнес ине. Шулай уҡ 65 йәшлек юбилейын билдәләүсе Тамара Капустинаны ҡотлап, бик күп матур теләктәр әйтелде был кисәлә. Капустиндар ғаиләһенең ябай, ярҙамсыл, алсаҡ булыуҙары барыбыҙ өсөн дә өлгө булып тора.

Байрам программаһы бының менән генә тамамланманы әле. Зәк-Ишмәт халҡы ҡышты оҙатып, «Масленица» үткәрҙе. Бында ла бик күңелле булды. Төрлө уйындар уйнап, ҡоймаҡ ашап, төрлө тәм-томдар менән сәй эсеп, рәхәтләнеп күңел астыҡ. Бындай сараны зәк-ишмәттәр күптән үткәргәне юҡ ине. Быйыл ошо матур традицияны тергеҙеп ебәрҙеләр. Икенсе йылға тағы ла яҡшыраҡ үткәрергә тип, планлаштырып таралышты улар. Ойоштороусыларҙың барыһына ла оло рәхмәт белдерәбеҙ.
Читайте нас: