Все новости
Байрам шандауы
12 Марта 2019, 15:48

Йылы һүҙҙәр — гүзәл заттарға

Үткән кесаҙна көндө Айсыуаҡ мәҙәниәт йортонда Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған форум үтте. Сараға килгән һәр гүзәл затты ир-егеттәр сәскәләр менән ҡаршы алды һәм изге теләктәр менән залға оҙатты.

Үткән кесаҙна көндө Айсыуаҡ мәҙәниәт йортонда Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған форум үтте. Сараға килгән һәр гүзәл затты ир-егеттәр сәскәләр менән ҡаршы алды һәм изге теләктәр менән залға оҙатты.

Байрам район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтовтың ҡотлау һүҙҙәре менән башланды.

- Хөрмәтле гүзәл заттар, һеҙҙең барығыҙҙы ла яҙ байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Районыбыҙҙа 11755 ҡатын-ҡыҙ йәшәй. Социаль-мәҙәниәт өлкәһенең дә 80 процентын ҡатын-ҡыҙҙар тәшки итә. Муниципаль район советына 44 ҡатын-ҡыҙ һайланған. 4 гүзәл зат ауыл хакимиәте башлығы вазифаһын биләй. Малсылыҡта һәм үҫемлекселектә лә тир түккән гүзәл заттарыбыҙ бихисап. Әгәр ауыл хужалығы етәкселегендә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ юҡ икән, был ир-егеттәребеҙҙең гүзәл затты ауыр эштән ҡурсаларға тырышыуы менән аңлатыла, - тине Әхәт Йәүҙәт улы.

Байрам сараһында йола буйынса тапшырыла килгән Социалистик Хеҙмәт Геройы Шәүәли Вахитов премияһы ла тапшырылды. Быйылғы премияға 2018 йыл йомғаҡтары буйынса “Искра” ауыл хужалығы кооперативы һауынсыһы Миңлебикә Аҡһарова лайыҡ тип табылды. Үткән йылдарҙа премияға 10-ар мең бирелһә, быйыл был сумма 25 мең булды.

Форумда шулай уҡ төрлө өлкәлә тырышып эшләгән, намыҫлы хеҙмәттәре менән районыбыҙ үҫешенә тос өлөш индергән гүзәл заттарыбыҙ Әхәт Йәүҙәт улы ҡулынан Почет грамоталары һәм Рәхмәт ҡағыҙҙары алды.

Гүзәл заттарыбыҙға арналған байрамдың тантаналы өлөшөнән һуң, сара күркәм концерт менән тамамланды. Районыбыҙ әртистәре менән бергә билдәле йырсы, ҡурайсы Юнир Һағынбаев та гүзәл заттарҙы ҡотлап йырҙар башҡарҙы.
Читайте нас: