Яҙғы баҫыу эштәрен уңышлы тамамлап, көҙгө уңышҡа ныҡлы нигеҙ һалынғас, бәрәкәтле Көйөргәҙе ерендә гөрләп һабантуй үтте. Халыҡ менән бергә байрам тантанаһы шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов, район Советы рәйесе Леонид Богатырев, БР Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе Константин Шаһиморатов, БР Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураҡов, Ырымбур өлкәһенән депутат Анатолий Лукьянов, Төйлөгән районы башлығы урынбаҫары Игорь Круглов һәм билдәле яҡташтар килгәйне.
Һабантуй байрамы — ул тәүге сиратта милләттәр дуҫлығын сағылдырыусы байрам. Көйөргәҙе районында төрлө милләт халҡы дуҫ, татыу йәшәй. Был байрамда ла ҡунаҡтарҙы районыбыҙҙың күп милләтле халҡы ҡаршы алды. Район Һабантуйы йолаһы буйынса башҡорт, рус, татар, сыуаш халҡы үҙҙәренең йолаларын, милли аш-һыуҙарын һәм оҫталыҡтарын күрһәтте. Ҡунаҡтарҙың һәр береһе төрлө милләт халҡының ризыҡтарын ауыҙ итте.
Байрам тантанаһы Һабантуй -2019 флагын күтәреү менән башланып китте. Был эш «Искра» хужалығы һауынсыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы Ш. Вахитов премияһы лауреаты Миңлебикә Аҡһароваға һәм Киров исемендәге хужалыҡтың алдынғы механизаторы Салауат Төхвәтуллинға тапшырылды. Баҫыу ҡаһармандары — игенселәр, алдынғы хеҙмәткәрҙәрҙән торған байрам парадын Һабантуйға йыйылыусылар дәррәү алҡыштар менән ҡаршы алды. Район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, үҙешмәкәр артистар әҙерләгән быйылғы байрам тамашаһы Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналғайны.
Район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов һабан батырҙарын тәбрикләп сығыш яһаны.
- Ниндәй ҡатмарлы һауа торошо шарттарында ла яҙғы баҫыу эштәрен башҡарып сыҡтыҡ. Беҙҙең тәжрибәле игенселәребеҙ бар ауырлыҡтарҙы ла йырып сыҡтылар. Район буйынса 74 мең гектарҙа яҙғы сәсеү эштәре башҡарылды. Райондың барлыҡ хужалыҡтары ла тырышып эшләне. Киров исемендәге, «Искра», «Ватан», «Түкән», «Мәләүез фәнни-етештереү берекмәһе» хужалыҡтарының, шәхси эшҡыуарҙар Илшат Мәзитов, Әнүәр Усманов, Аҡылбек Альмашев, Фәнил Әҙеһәмов һәм башҡа игенселәрҙең эше маҡтауға лайыҡ. 2019 йылдың 5 айы һөҙөмтәләре буйынса ауыл хужалығы предприятиеларында 33 мең центнерҙан ашыу һөт етештерелгән һәм 32 мең центнерҙан ашыуы реализацияланған. 30-ҙан ашыу һауынсыларыбыҙ йыл да 5 мең кг-дан ашыу һөт һауа. Бөгөнгө көндә һәр һыйырҙан тәүлегенә 20 кг-дан артығыраҡ һөт һауып алына, - тине Юлай Талха улы сығышында һәм район игенселәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Һабантуй ҡунаҡтары ла баҫыу эшсәндәрен ҡотлап, мул уңыш алыу өсөн изге теләктәр юлланылар, еңел булмаған эштәрендә уңыштар теләнеләр. Тантаналы өлөш ауыл хужалығы алдынғаларына Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары, аҡсалата премиялар тапшырыу менән тамамланды. Артабан Һабантуйҙың традицион уйындары башланды. Бында һәр кем үҙ көсөн һынап ҡараны.
Һәр Һабан байрамы матур итеп биҙәлгән тирмәләр конкурсынан тыш үтмәй. Был юлы ла жюри ағзаларын үҙенсәлекле итеп күркәмләндерелгән тирмәләр янындағы хужалар йыр-моң, бейеү һәм күстәнәстәр менән ҡаршы алды. Бындағы матурлыҡты бер һүҙ менән генә аңлатып та бөтөрлөк түгел, барыһын да үҙ күҙҙәрең менән күреү кәрәк.
Һабан туйы — ул көстө, таҫыллыҡты, етеҙлекте һынаусы бәйгеләр майҙаны ла. Халыҡ, бигерәк тә, ат сабышын һәм көрәште мауығып күҙәтергә ярата. Шуға ла милли уйындар майҙанында һәр саҡ ҙур йәнлелек күҙәтелә.
Бына иң яратып ҡараған милли көрәш майҙансығында ла халыҡ күп йыйылған. Иң төп призды — һарыҡ тәкәһен алыр өсөн батырҙар көсөргәнешле көрәштеләр. Шулай ҙа иң таҫылы, иң көслөһө Яҡуп ауылынан Илнур Туйгилдин булды.
Шулай уҡ халыҡтың иң яратҡан сараларының береһе — ат сабышы. Улар бында төрлөсә ҡысҡырып, һыбайлыларға дәрт-дарман, көс-ҡеүәт өҫтәп торҙо.
Бер һүҙ менән әйткәндә, райондың Һабантуй майҙансығында был көндө көйөргәҙеләр һәм ҡунаҡтар рәхәтләнеп ял итте, көс йыйҙы. Ғөмүмән, быйылғы Һабантуй райондың яңы хакимиәт башлығы, яңы хакимиәт башлығы урынбаҫары, яңы мәҙәниәт бүлеге начальнигы һәм шулай уҡ яңы район мәҙәниәт йорто директоры өсөн тәүгеһе булыуға ҡарамаҫтан, юғары кимәлдә уҙҙы.