Все новости
Байрам шандауы
11 Июня 2019, 12:14

Иң яҡшыһы – беҙҙең ҡала

Үткән шәмбе Күмертау халҡы ҡала көнөн билдәләне. Тантаналы сара Гагарин исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында башланды. Байрамға яҡташтарыбыҙ булған почетлы ҡунаҡтар: Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – Торлаҡ - коммуналь хужалыҡ минситры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: Борис Беляев, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Сергей Афонин килде.

Сараны асып Күмертау халҡын ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Олег Фролов ҡотланы. Аҙаҡ Борис Беляев: “Дуҫтар, яҡташтар, күмертауҙар үҙегеҙҙең ҡалағыҙға ышанығыҙ, беҙҙең ҡалабыҙ - иң яҡшыһы!” – тип күмертауҙарҙы тәбрикләне.

Байрамдың тантаналы өлөшөндә ҡаланы социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереүгә тос өлөш индергән етмештән артыҡ лайыҡлы гражданға ведомство һәм министрлыҡтарҙың Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары һәм ҡала хакимиәтенең Почет грамоталары тапшырылды. Был көндө ололар өсөн дә, балалар өсөн дә һабантуй гөрләп барҙы, төрлө уйындарҙа, ярыштарҙа халыҡ теләп ҡатнашты, йәрминкәләр, күргәҙмәләр ҙә күҙҙең яуын алды.

Һабантуйҙың киске программаһы ҡала майҙанында дауам итте. Унда ҡалабыҙ артистары, иң яҡшы ижади коллективтар “Беҙҙең ҡала – иң яҡшы ҡала ер йөҙөндә” тип аталған концерт менән сығыш яһаны. Аҙаҡ байрам концертын Өфө ҡунаҡтары дауам итте. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Диана Ишниязова, йәш артист Линар Белый һәм “Бәхетле”, “Арғымаҡ”, “Премьер” төркөмдәре башҡарған йырҙарға күмертауҙар ҡушылып йырлап һәм бейеп торҙо. Ҡала көнө байрам салюты менән тамамланды.
Читайте нас: