Үткән йома көндө Яҡшымбәт ауылында Урам байрамы үтте. Салауат урамы – ауылдың иң йәш урамдарынан һанала. Ә шулай ҙа был урам ауылда иң күркәм урамдарҙың береһе тиһәк тә, хата булмаҫ, сөнки бында йәшәүселәр барыһы ла тырыш та, егәрле лә. Милли батырыбыҙ исемен йөрөткән урамда йәшәү – үҙе бер яуаплылыҡ, мәртәбә, һәм, әлбиттә, оло ғорурлыҡ та.
Был урамдағы 26 йортта 72 кеше йәшәй, уларҙың ун икеһе пенсия йәшендә булһа, бишәүһе балалар баҡсаһына йөрөй, 1 егет әрме сафтарында йөрөһә, тағы бер егеттәренә «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы» исеме бирелгән.
Бер генә урам байрамы булғас, тиҙ генә үтер ҙә китер, тиһәк, ауыҙ тултырып әйтерлек елле байрам килде лә сыҡты. Сараға район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов, уның ярҙамсыһы Индира Арыҫланбаева, район советы секретары Әхәт Исламғолов, район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәғиҙә Нафиҡова кеүек ҡунаҡтарҙың ҡатнашыуы ла мәртәбә өҫтәне.
Байрам асыҡ, тип иғлан ителгәс, һүҙ Яҡшымбәт ауыл советы хакимиәте башлығы Юнир Сынбулатовҡа бирелде. Ул барыһын да байрам менән ҡотлап, артабан да ошолай ауылыбыҙ күрке булып йәшәгеҙ, тип теләне. Артабан Салауат урамының тарихы менән «Искра» хужалығы етәксеһе Рәмил Мостафин таныштырҙы.
- Салауат урамындағы йорттарҙы төҙөү өсөн башҡарылған эштәр әле лә күҙ алдында. Ауылыбыҙ егеттәре менән йыл әйләнәһенә урманда йәшәнек. Белорет, Бөрйән, Йылайыр райондары урмандарынан ағастар ташығанда төрлө хәлдәр булды: трактор ҙа юғалттыҡ, авариялар ҙа булды... Ауыр ваҡыттар күп булһа ла, иҫ киткес матур урам барлыҡҡа килеүенә ҡыуанам, - тине Рәмил Ғиниәт улы. Уның һүҙҙәрен дауам итеп уҡытыусы Зилә Түләкова ла һүҙ алды.
- 1990 йылдарҙа барлыҡҡа килгән урам был. Ул йылдарҙы алама, ауыр булды, тиһәләр ҙә, ул ваҡыттарҙа беҙ, киреһенсә, гөрләп эшләп йәшәнек, Яҡшымбәт силсәүитендә йылына 30-ан артыҡ йорт һалына ине. Был эштәрҙе атҡарып сығарыуҙа ҙур көс түккән Рәмил Ғиниәт улына һәм ағас ташыуҙа әүҙем ҡатнашҡан ир-егеттәребеҙгә ҙур рәхмәт. 1993 йылда урамыбыҙ һыулы булды, 1998 йылда зәңгәр яғыулыҡ та үтте. Хәҙер был урамдағы һәр йорттағы хужалар тырышып донъя көтә: баҡсалары тулы емеш-еләк, тирә-яҡтары сәскәләргә күмелгән, һарайҙары тулы күпләп мал аҫрайҙар. Күрәһегеҙме, урамда бер генә лә эскәмйә юҡ. Сөнки бында тырыш кешеләр йәшәй, уларҙың хатта эскәмйәлә ултырырға ла ваҡыттары юҡ, - тине Зилә Түләкова.
Был урамдың ир-егеттәре уңған, эште ҡойоп ҡуйғандай итеп башҡарһа, ҡатын-ҡыҙҙары аш-һыуға маһир. Ҡапҡа алдында ҡуйылған өҫтәлдәрҙәге ризыҡтарҙың төрлөлөгөнә иҫең китерлек, милли аҙыҡтарыбыҙ мул итеп өйөп һалынған: ул баллы сәк- сәк тиһеңме, кәсәләргә ҡойоп ҡуйылған шифалы ҡымыҙ, ҡоймаҡтар, телеңде йоторлоҡ бәлештәр, ҡорот, ит ризыҡтары, ул ҡыҙарып бешкән баҡса еләге... – барыһын да табып була ине ул көндө.
Байрамдың тағы бер биҙәге булып Әлфиә менән Әхсән Хәйбуллиндар ғаиләһенең килен төшөрөү йолаһын күрһәтеүҙәре ине. Улдары Айрат менән килендәре Альбинаға ауыл ағинәйҙәре изге теләктәр әйтеп, йырҙар йырланы. Район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов менән Яҡшымбәт ауыл советы хакимиәте башлығы Юнир Сынбулатов та үҙҙәренең ҡотлау һүҙҙәрен әйтеп, йәштәргә иҫтәлеккә бүләк тапшырҙылар. Килен байрамға йыйылған ҡунаҡтарҙы ҙур тирмә эсендә әҙерләнгән тәмле сәйе менән һыйланы.
Аҙаҡ ҡунаҡтар һәр ҡапҡа янына туҡтанылар, сөнки һәр йортта ла тырыш, алтын ҡуллы кешеләр йәшәй. Мәҫәлән, Риф Бикмаев ағай ишек алдына үҙ ҡулдары менән фантан эшләп ҡуйған. Ейән-ейәнсәрҙәр рәхәтәләнеп һыу ҡойоналар, ти ул үҙ эшенә һоҡланып. Күптән түгел үҙенең 70 йәшен билдәләгән Фирҙәүес Дәүләтшина эргәһенән дә тыныс ҡына үтеп китеп булмай ине. Ул әллә күпме быуындар теҙмәһе яҙылған шәжәрәһен ҡапҡаһына элеп ҡуйған. Уға “Яҡшымбәт шәжәрәһен дауам итеүсе” тип Рәхмәт хаты ла тапшырылды. Кемдәрҙер ҡурай тартып, кемдәрҙер гармун көйөнә йырлап-бейеп ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршы алды. Фәнис менән Әминә Исхаҡовтар ауылдаштарын байрамда һыйлар өсөн һарыҡ һуйғандар. Был иттән бешерелгән тәмле ризыҡтарҙан барыһы ла ауыҙ итте. Люциә Хәсәнова ханым да байрамға тәмле аш-һыу бешереп һәр береһен һыйланы. Шулай итеп, матур байрам табыны әҙерләгән өҫтәлдәр менән бергә матур күргәҙмәләр ҙә күҙҙең яуын алды.
Тантанала тырыш, татыу ғаиләләрҙе, оҫта ҡуллыларҙы, өлгөлө йорт хужаларын, уңғандарҙы билдәләнеләр.
“Өлгөлө йорт” номинацияһында Гөлнур менән Зөлфәҡәр Аҡһаровтар билдәләнһә, “Сәскәле йорт” номинацияһында Гөлназ менән Ришат Аҙнабаевтар, Фируза менән Фоат Һөйөнөвтар һәм “Матур баҡса” номинацияһында Оксана менән Наил Хәсәновтар, Әнисә менән Инсаф Хәйбуллиндар, Люциә менән Ғариф Кәлимуллиндар иң яҡшылары тип табылды. Фәнис Исхаҡов, Риф Бикмаев, Раил Түләков, Айрат Исхаҡов “Оҫта ҡулдар”, ә Фәнүзә Аҙнабаева, Айһылыу Мәҡсүтова, Лилиә Сәлтәшева, Гөлмирә Бикмаевалар “Уңған хужабикә” номинацияларында еңеүсе тип табылды. “Халыҡ йолаларына тоғро ҡалыу” номинацияһы Хәйбуллиндар ғаиләһенә бирелде. Ауылдың киләсәге булған иң кескәйҙәр исемлегенә Эмиль Бикмаев, Нияз Хәсәнов һәм Әмир Бикмаевтар инһә, иң оло булған Зифа Ғөбәйҙуллина инәйгә лә бүләк тапшырылды. Шулай уҡ үҙҙәренең юбилейҙарын билдәләгәндәр ҙә ситтә ҡалманы. Уларҙың ҡыуаныстарын бүлешеп ун юбилярҙар ҡотланды. Күркәм сара Яҡшымбәт ауылы мәҙәниәт йорто мөдире Гөлшат Хәйбуллина етәкселегендәге әҙерләнгән ауыл халҡының матур концерты менән үрелеп барҙы.
Байрам һуңында район етәксеһе Юлай Ильясов ошондай матур сараны үткәреүҙәре өсөн Яҡшымбәт хакимиәте башлығы Юнир Сынбулатовҡа, ауыл халҡына рәхмәттәрен еткерҙе. Бындай саралар киләсәктә матур бер йолаға әүерелһен, тип әүҙемдәргә Рәхмәт хаттары тапшырҙы.