Все новости
Байрам шандауы
17 Июля 2019, 10:30

«Айырым урам итеп ултыртам»

Үткән шәмбе Ҡансыра ауылы халҡы, унда тыуып үҫеп, ситтә йәшәүселәр, ҡунаҡтар «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамына йыйылды. Ул Ҡансыра ауылының 185 йыллығына һәм Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арнап үткәрелде. Байрам ҡунаҡтарҙы икмәк, тоҙ менән ҡаршы алыуҙан башланды. Сарала Көйөргәҙе районы Советы секретары Әхәт Әхтәм улы Исламғолов, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире, Ҡансыра ауылы кейәүе Салауат Кәримов та ҡатнашты. Ҡунаҡтар байрамға тип әҙерләнгән өҫтәлдәрҙе, Имаковтар менән Абдрахмановтарҙың шәжәрәләрен ҡараны.

Үткән шәмбе Ҡансыра ауылы халҡы, унда тыуып үҫеп, ситтә йәшәүселәр, ҡунаҡтар «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамына йыйылды. Ул Ҡансыра ауылының 185 йыллығына һәм Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арнап үткәрелде. Байрам ҡунаҡтарҙы икмәк, тоҙ менән ҡаршы алыуҙан башланды. Сарала Көйөргәҙе районы Советы секретары Әхәт Әхтәм улы Исламғолов, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире, Ҡансыра ауылы кейәүе Салауат Кәримов та ҡатнашты. Ҡунаҡтар байрамға тип әҙерләнгән өҫтәлдәрҙе, Имаковтар менән Абдрахмановтарҙың шәжәрәләрен ҡараны.

Ауылдың башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы Мәҙинә Сәйфуллина сарала ҡатнашыусыларҙы Ҡансыраның 185 йыллыҡ тарихы менән таныштырҙы. Уҡытыусы Айрат Хасаев ошо ауылда тыуып үҫкән дәүләт эшмәкәре Таһир Имаковтың тормош юлы, эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне, был шәхестең исемен Күмертауҙағы урамдарҙың береһенә ҡушырға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Имам-хатиб Рәшит Хәлилов, ҡотлау һүҙҙәре әйтеп, доға уҡыны. Ауылдың Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы тыл хеҙмәтсәндәре Абдулхаҡ Буканбаев менән Роза Усмановаға бүләктәр тапшырылды.

Район Советы секретары Әхәт Исламғолов байрамға йыйылыусыларҙы ҡотлап, ауылдың ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнашыусы Шәбағыш ауыл советы депутаты Ирек Рәхмәтуллинды, ауылдың ағинәйҙәр ойошмаһы ағзаһы Лилиә Ишәеваны район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов исеменән Көйөргәҙе районы муниципаль район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.

Шәбағыш ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Әлфиә Мансур ҡыҙы Ханбәкова ауылдың иң оло инәйен - 91 йәшлек Роза Шәрәфетдин ҡыҙы Усманованы һәм ауылдың иң йәш кешеһе, быйыл 9 июндә тыуған Роман Андрей улы Макаровты ҡотлап, уларға бүләктәр тапшырҙы. Ауыл хакимиәте исеменән шулай уҡ атай нигеҙен ҡоротмаусы ғаиләләр ҙә ҡотланды. Бына улар: Наил Буканбаев, Руслан Вәлиев, Илнур Таипов, Фәриҙә Байгилдина, Артур Нафиҡов, Лилиә Ишәева, Фәрүәз Имаков, Гөлсирә Ғәҙиләева, Фәғилә Буканбаева, Фәнис Буканбаев, Юлай Абдрахманов, Әнис Шәрәфетдинов, Люциә Ғайсина, Рәкит Кәримов, Римма Боҫҡанова, Ирек Әхмәтшин.

Сәхнәгә 55 йыл бергә тиң ғүмер иткән Миһран һәм Зөлмирә Буканбаевтарҙы, ауылдың иң йәш ғаиләһе Миршат һәм Ильзира Абдрахмановтарҙы саҡырып, уларҙы ҡотлап, бүләктәр тапшырҙылар.

Ҡансыраның 185 йыллыҡ юбилейын билдәләү йылында үҙҙәренең юбилейҙарын үткәреүсе ҡансыраларҙы: Зөлмирә Буканбаеваны (80 йәш), Мәғәфүрә Иркәбаеваны (80 йәш), Люциә Кәримованы (70 йәш), Сәмәрә Туҡтарованы (65 йәш), Рәсүл Буканбаевты (65 йәш), Римма Боҫҡанованы (60 йәш), Салауат Араптановты (60 йәш), Юлай Абдрахмановты (55 йәш), Фәнүр Уразбаевты (50 йәш) ҡотлап киттеләр.

Сәхнәгә, күп балалы ғаилә булараҡ, Фәнүр һәм Гөлназ Уразбаевтар ғаиләһе саҡырып сығарылып, ҡотланды, уларға ла бүләктәр тапшырылды. Фәнүр Фәрит улы: «Алла бирһә, балаларымды үҫтереп, кеше итеп, Ҡансырала айырым бер урам итеп ултыртам», - тине.

Байрам алдынан бик әүҙем эшләгән комиссия ағзалары «Өлгөлө ғаилә», «Өлгөлө йорт», «Күркәм йорт», «Сәскәле йорт, ҡул оҫталары» номинациялары буйынса еңеүселәрҙе ҡотлап, шулай уҡ уларҙы бүләкләне.

«Өлгөлө ғаилә» лә Нәғим һәм Сәлимә Нафиҡовтар, Хәмит һәм Рәмзиә Усмановтар, Зиннур һәм Минзәлә Рәхмәтуллиндар, Самат һәм Мәҙинә Сәйфуллиндар ғаиләләре еңеүсе тип табылды.

«Өлгөлө йорт» номинацияһында Илгиз һәм Рәмилә Абдрахмановтар, Райхана Буканбаева, Нурия Абдрахманова, Әхәт һәм Әлфиә Әбделмәновтар, Леонид һәм Гөлнара Федоровтар, Дамир һәм Венера Абдуллиндар, Юлай һәм Фәриҙә Байгилдиндар еңеп сыҡты.

«Күркәм йорт» номинацияһында Миһран һәм Зөлмирә Буканбаевтар, Люциә Кәримова, Ғәли һәм Зәһүрә Хоҙайбирҙиндәр, Фаягөл Туҡтарова, Вәсилә Тайыпова, Мәғүзә Кәримова, Хәмит һәм Рәмзиә Усмановтар, Фәнил һәм Венера Кәримовтар, Мәғәфүрә Иркәбаева билдәләнеп, бүләкләнде.

«Сәскәле йорт, ҡул оҫталары» номинацияһында сәскәләр үҫтереүселәрҙән Зөлфиә Абдрахманова, Райхана Буканбаева, Люциә Ғайсина; ҡул оҫталарынан Альмира Уразбаева, Леонид Федоров, Зөлфиә Абдрахманова, Рәшиҙә Шәсметдинова, Юлай Байгилдин, Фәнүр Уразбаев комиссия ағзалары ҡулдарынан бүләктәр алып ҡыуанды.

Байрам район һәм урындағы һәүәҫкәр артистарҙың концерт номерҙары менән аралашып барҙы. Байрамдың икенсе өлөшөндә халыҡ мул табындар артында аралашыуын дауам итте, күңелдәре булғансы үҙ-ара хәтирәләре менән бүлеште.
Читайте нас: