Все новости
Байрам шандауы
20 Августа 2019, 11:27

«Мерседес»лы булдыҡ

Күмертау һәр йылдағыса шаулап-гөрләп иң яратҡан байрамдарының береһен — Рәсәй һауа флоты көнөн билдәләне. Авиация менән беҙҙең ҡала бик күп йылдар тығыҙ бәйләнештә йәшәй, сөнки нәҡ беҙҙә генә инде 57 йыл төп предприятие — КүмАПП эшләп килә.

Был көндө Вертолет паркында авиация заводы етештергән вертолеттарҙың төрлө моделдәрен күрергә генә түгел, ә шулай уҡ штурвал артына ултырып, үҙеңде ысын пилот итеп хис итергә лә мөмкинлек булды. Матур концерт программаһы, ҡыҙыҡлы уйындар ҙа байрам кәйефен күтәрҙе. Шулай ҙа иң ҡыҙығы — был көндө тәүгә рейсҡа сыҡҡан Сапсан-Аренаның өп-өр яңы автобусында сәйәхәт итеү булғандыр. Был оло бүләкте былтыр декабрь айында килгәндә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Боҙ һарайының хоккей командаһына вәғәҙә иткәйне. Бүләкте тантаналы рәүештә БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов тапшырҙы. Комфортлы «Мерседес» автобусы 49 урынлы. Хәҙер Күмертау спортсылары рәхәтләнеп илебеҙҙең төрлө тарафтарына ярыштарға йөрөй аласаҡ.
Читайте нас: