Все новости
Байрам шандауы
10 Октября 2019, 11:37

Йышыраҡ осрашһаҡ ине

8 октябрҙә Өфө ҡалаһында Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур залында «Башҡортостандың тарих биттәре» фестиваль-марафон сиктәрендә Көйөргәҙе районы сығыш яһаны.

Сарала Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рузалия Хисмәтулина ҡатнашты.

Филармония фойеһында райондың тарихын, социаль-иҡтисади хәлен, данлыҡлы яҡташтарыбыҙҙы, аш-һыуыбыҙҙы сағылдырған күргәҙмә эшләне. Шулай уҡ районыбыҙ етештереүселәре үҙҙәренең продукциялары менән һатыу итте.

Байрам концерты Көйөргәҙе районының бай тарихын һүрәтләгән видеоролик менән башланып китте. Артабан районыбыҙ таланттары - «Йәнтөйәк», «Юшатыр», «Сударушка», «Рябинушка», «Умырзая», «Сеспель», «Аҡбуҙат» халыҡ фольклор ансамблдәре, «Мираҫ» ҡурай ансамбле, «Етегән» халыҡ вокаль ансамбле һәм башҡаларҙың сығышы Өфө ҡалаһында йәшәгән яҡташтарыбыҙға ҙур бүләк булды.

Көйөргәҙеләрҙең презентацияһына билдәле яҡташтарыбыҙ — мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, мәғариф хеҙмәткәрҙәре, студенттар һәм башҡа бик күп ҡунаҡтар килгәйне. Район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов сараны ойоштороусыларға, унда ҡатнашыусыларға оло рәхмәтен әйтеп, Республика фестиваль-марафоны штандартын Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Илдар Ғарифуллинға тапшырҙы.

Көйөргәҙе районының Өфөләге сығышын ҡарағандан һуң, күптәр үҙҙәренең фекерҙәрен еткерҙеләр:

Римма ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА, район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары:

- Сараға бик күп Көйөргәҙе районынан сыҡҡан абруйлы яҡташтарыбыҙ килгәйне. Уларҙың барыһы ла рәхмәт әйтте, байрам оҡшаны, тинеләр. Көйөргәҙеләр залды тултырып, дәррәү килеп еткәндәр, уларға афарин, тип әйтергә генә ҡала. Бөтәһе лә бер-береһе менән күрешеп, ҡыуанышып, илһамланышып ҡайтып киттеләр. Рәхәтләнеп беҙҙең фотозонала фото төштөләр. Яҡташтар: «Һирәк осрашабыҙ, йышыраҡ осрашһаҡ ине», - тигән фекерҙәрен белдерҙеләр. Фирҙәт Ғәлиев: «Студент саҡта ике тапҡыр осрашҡайныҡ, шуның менән бөттө», - тип әйтеп ҡуйҙы. Яҡташтар менән осрашыуҙы тергеҙергә кәрәк, тип мин үҙем дә уйлап йөрөй инем. Был эште башларға тура килер. Сараны ойоштороусыларға, сығыш яһаусыларға, шулай уҡ күргәҙмәгә һәм һатыуға әҙерләнеп килеүселәрҙең барыһына ла оло рәхмәт белдерәм. Айырым рәхмәтем ололар менән бер рәттән сығыш яһаусы кескәй балаларға һәм беҙгә ҙур ярҙам күрһәткән филармония режиссеры, БР-ҙың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡароваға. Кемдәр башҡа райондарҙың сығышын ҡараған, улар: «Һеҙҙеке бигерәк сағыу булды, балҡынығыҙ. Билдәле артистар сығыш яһаманы, ә тик халыҡ таланттары килгән. Башҡалар балаларҙы алып килмәйҙәр, һеҙҙеке шуның менән отошло булған», - тинеләр. Район мәҙәниәт һарайы ремонтта, репетициялар үткәрергә урыныбыҙ юҡ, шулай булыуға ҡарамаҫтан, бар нәмәне йырып сыҡтыҡ. Башҡортостан гимнын башҡарыу буйынса флешмобты беҙ иң тәүгеләрҙән булып Өфө сәхнәһендә башлап ебәрҙек. Барыһына ла тағы бер тапҡыр оло рәхмәт белдерәм.

Неля ҒӘЙНЕТДИНОВА, Өфө ҡалаһы:

- Көйөргәҙе районы барлыҡ Башҡортостан кеүек үк күп милләтле. Көйөргәҙеләр беҙҙе республиканың 100 йыллығына арналған бик шәп концерт менән ҡыуандырҙылар. Мин үҙем Өфө башҡорто булһам да, минең әсәйем (Тамара Ғәниева) Кинйәбай ауылынан. Шуның өсөн Көйөргәҙе яҡтары — минең дә тыуған яҡтарым, минең тамырҙарым шунан сыҡҡан бит!

Тамара ҒӘНИЕВА, халыҡ шағиры, Өфө ҡалаһы:

- Ғорурмын! Көйөргәҙеләр Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығын лайыҡлы билдәләнеләр, шул тиклем дә шәп концерт ҡуйҙылар. Башҡортар, рустар, сыуаштар, татарҙар — барыһы ла берҙәм ансамбль менән Өфөлә сығыш яһанылар һәм эстафетаны ҡариҙелдәргә тапшырҙылар.

Әхмәт һәм Зөлхизә СӘЛТӘШЕВТАР, Өфөлә йәшәүсе яҡшымбәттәр:

- Тыуған районыбыҙ әҙерләгән сараға килмәйенсә бер ҙә генә булдыра алманыҡ. Бар ғаиләбеҙ — Ғәлиә ҡыҙыбыҙ, Морат улыбыҙ менән бергәләп килдек. Бик күптән көтә инек үҙебеҙҙекеләрҙе. Филармонияға килеп кергәс тә, бар ерҙә үҙебеҙҙең көйөргәҙеләрҙе күреү — үҙе ҙур бәхет. Оҙаҡ ҡына күрешмәгән яҡташтар менән осрашып, рәхәтләнеп аралашып алдыҡ. Байрам юғары кимәлдә ойошторолған. Төрлө күргәҙмәләр оҡшаны, райондаштарыбыҙ етештергән аҙыҡ-түлектән дә ауыҙ итергә мөмкинлек булды. Бигерәк тә, концертты башлап ебәреү мәле күңелгә ятты. Бөйөк шәхес — Кинйә Арыҫлановтың сәхнә уртаһына ғорур сығып баҫыуы ғына ни тора! Ансамбль ағзаларының костюмдары ла иғтибарҙы йәлеп итте, бик зауыҡлы тегелгән. Көйөргәҙелә йәшәгән төрлө милләт вәкилдәренең бер-бер артлы сәхнәгә сығып сығыш яһауы бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр, моғайын. Район тураһында әҙерләгән видеоролик та күңелгә ятты.

Мәрйәм ЗАКИРЙӘНОВА, Өфө ҡалаһы:

- Мин үҙем Йылайыр районында тыуып-үҫкәнмен. Башҡортостандың 100 йыллығына арналған бындай сараларҙа күп булырға тура килде миңә. Көйөргәҙе — күп милләтле район. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, улар башҡорт рухын һаҡлап ҡала алғандар. Рух көслөлөгө әллә ҡайҙан күренеп тора. Район хакимиәте башлығы бигерәк маладис икән, тип ҡарап ултырҙым әле. Ул теге ваҡыт Әбйәлил районынан штандартты ҡабул итеп алған саҡта ла Кинйә Арыҫлановтың ҡалпағын кейеп сыҡҡайны, был юлы ла онотмаған. Сәхнәлә Ҡариҙел районы башлығына ҡалпағын бүләк итеп, башына кейҙереп ҡуйғайны, тегеһе кире систе лә ҡуйҙы. Юлай Талха улы уға кире кейҙереп ҡуйҙы. Үҙенең һүҙен һүҙ итә торған кеше икән, рухлы икән, тип һоҡланып ҡарап ултырҙым уға. Юлай Ильясов сәхнәлә лә үҙен иркен тота, мин башлыҡ бит әле тигән маһайыу юҡ унда, үҙенең әйтер һүҙе, фекере бар. Башҡа райондарҙың сығыштары менән сағыштырған саҡта, көслө яҡтары ла, әҙерәк ҡытыршылыҡтары ла булды, әлбиттә. Ҡайһы бер райондарҙың билдәле артистары күберәк сығыш яһаһа, көйөргәҙеләр афарин, Илнур Рамаҙановты ғына иҫәпләмәгәндә, гел үҙҙәре сығыш яһаны. Милләт-ара татыулыҡ та сағылып торҙо сығыштарҙа. Халыҡ күп булды һәм улар концерт тамамланғансы таралышмай ҡарап ултырҙы. Ғәҙәттә, оҡшамаһа, ҡыҙыҡ булмаһа, халыҡ концерт аҙағына тиклем ултырмай торғайны. Эргәлә ултырған әбейҙәр ҙә бик һәйбәт булды, тип маҡтау һүҙҙәре генә әйтеп ултырҙылар. «Ватан» тигән хужалыҡтың йылҡы итенән эшләнгән продукцияһын һатып алғайным, бик оҡшаны.

Розалия НАЗАРОВА әҙерләне
Читайте нас: