Все новости
Байрам шандауы
22 Октября 2019, 11:46

БАРЫҺЫ ЛА РӘХМӘТЛЕ

3-сө һанлы Башҡорт республика гимназия-интернаты үткән шәмбе көнө иртәнге сәғәттәрҙән алып гөр килде. Был көндө улар 60 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Гимназия ишектәре был иртәлә бер ҙә генә ябылманы, ҡунаҡтар бер-бер артлы килеп кенә торҙо. Уларҙы ишек төбөндә үк уҡыусылар күңелле ҡурай моңдары менән ҡаршы алды.

Гимназияның һәр ҡатында төрлө күргәҙмәләр ойошторолған, килгән ҡунаҡтар йотлоғоп уҡыу йорто тарихын сағылдырған альбомдарҙы байҡай, бында уҡыған йылдарын хәтергә төшөрә, күрешеү-ҡосаҡлашыуҙар...Шулай уҡ һәр ҡатта ҡунаҡтар өсөн сәй табыны әҙерләп ҡуйғандар, сарсап киткәндәр унда кереп сәй эсеп сыға. Әммә һәр мөйөш һайын һөйләшеп торғандарҙы күреп, бында килеүселәрҙең күберәк бер-береһен күреүгә нығыраҡ сарсағандары асыҡ сағыла.

Юбилей ҡунаҡтары яратҡан уҡыу йорттарын байҡап сыҡҡандан һуң дәррәү генә ҡаланың Күмерселәр һарайына юлланды. Бында уларҙы ҙур тантана көтә ине. Байрам кисәһен 3-сө БРГИ директоры Фәһим Фәрғәт улы Боҫҡанов асты һәм гимназия-интернаттың тарихына байҡау яһаны, бынан сыҡҡан данлыҡлы шәхестәрҙе һанап үтте. Артабан һүҙ ошо гимназияны тамамлаған, әлеге көндә БР Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Урал Таһир улы Килсенбаевҡа бирелде:

- Хәҙисә Ғимран ҡыҙы алдында имтихан тоҡан кеүек ныҡ тулҡынланам. Ошо гимназия-интернатта 6 йыл уҡыған мәлем 6 минут эсендә күҙ алдымдан үтте, - тип БР Башлығы Радий Хәбиров исеменән ҡотлау һүҙҙәрен әйтте, бүләккә сертификат, уҡытыусыларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Шулай уҡ Урал Таһир улы үҙенең исеменән гимназия уҡыусыһы Фарход Уразбахтинға ноутбук бүләк итте.

Илмир Туйгилдин: «16 йыл элек уҡып бөтһәм дә, һаман мәктәпкә йөрөйөм, һаман дәрес әҙерләйем. Хөрмәтле уҡытыусылар, балаларға өйгә эште күп бирмәгеҙ әле, беҙгә эшләргә тура килә бит», - тип залда ултырғандарҙы көлдөрөп алды һәм ҡурайҙа дәртле көйҙәр уйнап ебәрҙе.

Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Алексей Докукин ҡотлау һүҙҙәренә ҡушып картина бүләк итте. Өфө ҡалаһы хакимиәтендә идаралыҡ начальнигы булып эшләгән Марсель Байдәүләтов сығышында:

- Гимназиям үҙгәреп, тағы ла матурланып киткән, әммә уҡытыусыларыбыҙ ғына бер ҙә генә үҙгәрмәгән, улар һаман да шулай уҡ йәп-йәш һәм матурҙар. Бына бөгөн Флүзә Шәкүр ҡыҙы, пенсияға сыҡҡанда кәрәк була ул тип, 9-сы класты тамамлаған аттестатты тапшырҙы, - тип гимназия уҡытыусыларына, тәрбиәселәренә оло рәхмәтен әйтте.

Ҡала мәғариф идаралығы директоры Николай Черепанов:

- Башҡа мәктәптәрҙә уҡыусылар көндөҙ генә булһа, һеҙҙең интернатта улар тәүлек әйләнәһенә йәшәйҙәр. Шуға күрә һеҙгә иң кәрәкле нәмә термопот булыр, тип уйланым һәм шуны бүләккә алып килдем, - тине.

Гимназия-интернаттың элекке директоры Юлай Камил улы Әмәкәсов ағастың үҙенән эшләнгән умарта алып килгән. Бөтә Донъя Башҡорттары Ҡоролтайы (Конгресы) Президиумы ағзаһы Фәнит Моратбаҡыев та иң изге теләктәрен әйтте, Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы, 95-се йылғы сығарылыш уҡыусылары акустик система бүләк итте, ә ошонда уҡып сыҡҡан йырсы Вилдан Шәмсетдинов тиҙҙән ҡалала үтәсәк концертына 50 билет бирҙе.

Ғөмүмән әйткәндә, 3-сө БРГИ-ның 60 йыллыҡ юбилейына килгән һәр кеше тиерлек үҙҙәренең йылы ҡотлау һәм маҡтау һүҙҙәренә ҡушып бүләк тә тапшырҙы. БРГИ-ла эшләгәндәрҙең һәр береһе маҡтауға лайыҡ, уларҙы күпме маҡтаһаң да артыҡ булмаҫ, әлбиттә. Сығыш яһаусыларҙың барыһы ла рәхмәтле булыуҙарын белдерҙе был көндө һәм һәр сығыш матур концерт менән аралашып барҙы. Байрам шәп үтте.

Розалия НАЗАРОВА

Автор фотолары


Фарход УРАЗБАХТИН:

- Урал Таһир улы, бүләгегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Минең өсөн көтөлмәгән яңылыҡ булды был. «Нимә булды әле ул был?» - тип бер минуттай аңлай ҙа алмай торҙом, хатта. Артабан, студент тормошонда, миңә ноутбук бик кәрәк буласаҡ. Гимназияма оло рәхмәт әйткем килә. Ул миңә донъялағы бер уҡыу йорто ла бирә алмаҫлыҡ әйберҙәрҙе бирҙе. Мин һәр саҡ гимназия-интернатҡа, уҡытыусыларға, директор урынбаҫарҙарына һәм, әлбиттә, Фәһим Фәрғәт улына рәхмәтле буласаҡмын. Мин һеҙҙең ышанысығыҙҙы аҡлармын!
Читайте нас: