Все новости
Байрам шандауы
27 Декабря 2019, 17:00

Йыл буйына сусҡа арығандыр, Оҙатайыҡ уны бергәләп.

Етеп килгән сысҡан-ҡомаҡтарҙы Ҡаршылайыҡ хөрмәтләп.

БР Башлығын һайланыҡ
9 сентябрҙә БР Башлығын һайлауҙар үтте. Көйөргәҙе районында теркәлгән 18 452 һайлаусының 81,83%-ы тауыш биреүҙә ҡатнашты. Уларҙың 89,67%-ы Радий Фәрит улы Хәбиров өсөн үҙ тауышын бирҙе.
Районда яңы етәкселәр
18 йыл район Хакимиәте башлығы булған Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтов үҙ теләге менән вазифаһын бушатты. Көйөргәҙе районы муниципаль район Хакимиәтен яңы башлыҡ — Юлай Талха улы Ильясов етәкләй башланы.
Район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары итеп күп йылдар РПЛИ-ны етәкләгән Римма Айрат ҡыҙы Ғөбәйҙуллина ҡуйылды.
Район хакимиәтенең эштәр идарасыһы итеп Шәбағыш ауыл советы хакимиәте башлығы Әлфиә Мансур ҡыҙы Ханбәкова, район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары итеп Илкәнәй ауыл советы хакимиәте башлығы Тимур Насибулла улы Иҙрисов тәғәйенләнде.
Августа район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы буйынса урынбаҫары итеп Марс Абдулнасир улы Дашкин тәғәйенләнгәйне, әммә йыл аҙағына ул вазифаһынан китте. Әле уның вазифаһын ваҡытлыса Нәүғәт Кәлимулла улы Хисмәтуллин башҡара.
Силсәүит башлыҡтарына һайлау үтте
БР Башлығын һайлаған көндө ауыл советы хакимиәте башлыҡтарына ла һайлау үтте. Үҙ теләге менән урынын бушатҡан Свобода ауыл советы хакимиәте башлығы Сания Миңләхмәт ҡыҙы Сәйетбатталованы Фәнис Мансур улы Рахманғолов алыштырҙы. Район хакимиәтенә эшкә күскән Шәбағыш силсәүите башлығы Әлфиә Мансур ҡыҙы Ханбәкова урынына Илшат Мидхәт улы Рахмаев килде. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнгән Илкәнәй силсәүите башлығы Тимур Насибулла улы Иҙрисов урынына Рөстәм Миңлеян улы Вахитов һайланды. Хаҡлы ялға сыҡҡан Ленин силсәүите башлығы Евгений Дмитриевич Андрюшин урынына Урал Самат улы Яппаров һайланғайны, әммә ул бер ай тирәһе эшләп ҡарағас, вазифанан баш тартты һәм уның урынына Владимир Александрович Галактионов килде.
Яңы директорҙар
Райондың «Йәшлек» мәҙәниәт йортона яңы директор итеп Зөлфирә Ғәзиз ҡыҙы Эйтерник, ә Мәрхәмәтлек фондының директоры итеп Рәмилә Рауил ҡыҙы Әхмәдова тәғәйенләнде.
Дер һелкетте
Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы уңайынан Көйөргәҙе районының таланттары Өфөгә барып, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһын дер һелкетеп ҡайтты.
Юбилейҙар
Яҡшымбәт ауылында тыуып-үҫкән ғалим-офтальмолог Марат Талғат улы Аҙнабаев 80 йәшлек юбилейын билдәләне.
Көйөргәҙе нефть промыслаһы ҡорамалдары заводы (КЗНПО) Кинйәабыҙ ауылында үҙенең 10 йыллыҡ юбилейын билдәләү сараһы ойошторҙо.
Б. Бикбай исемендәге Яңы Мораптал урта мәктәбе 100 йыллыҡ юбилейын һәм Б. Бикбайҙың тыуыуына 110 йыл тулыуын билдәләне. Был сарала шағирәләр Миңлегөл Хисамова, Хәлиҙә Алтынбаева, уҡытыусы Илшат Нәзмиев Б. Бикбай исемендәге быйылғы лауреаттар итеп танылды.
Айыҡ һәм сәләмәт тормош өсөн
Районда уҙған «Айыҡ һәм сәләмәт тормош алып барыуҙы формалаштырыу» темаһына арналған төбәк-ара форумда БР мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур Азамат улы Бирғәлин ҡатнашты. Форум сиктәрендә бик күп саралар уҙҙы, «Айыҡ ауыл» конкурсына йомғаҡ яһалды. Беренсе урын яулаусы Абдул ауылы республика конкурсында ҡатнашасаҡ.
Яңы һулыш алды
Ермолаеволағы «Дуҫлыҡ» паркы икенсе тыуған көнөн үткәрҙе. «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Уңайлы мөхит» программаһы сиктәрендә 6 млн һумдан ашыу аҡсаға бында үҙгәртеп ҡороу эштәре башҡарылды.
«Йәшлек» район мәҙәниәт һарайында капиталь ремонттан һуң яңынан асылыу тантанаһы уҙҙы. Бында хәҙер кино ҡарарға ла була.
Элекке спиртзаводтың контораһына капиталь ремонт яһап, авария хәлендәге Ермолаево сәнғәт мәктәбен шунда күсерҙеләр. Яңы бина асылыу тантанаһы балаларҙың шат тауышына һәм йыр-моңға күмелде.
Биш йылға маҡсат ҡуйылды
Өфөлә уҙған «Башҡортостан Республикаһы үҫеше» стратегик сессияһында Көйөргәҙе районынан ҙур делегация ҡатнашты. Унда киләһе 5 йылға иң мөһим мәсьәләләр булып торған милли проектҡа бәйле һорауҙар ҡаралды. Район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов стратегик сессияның идеяһы менән таныштырҙы.
Ағинәйҙәр ҡоро гөрләне
12 райондан «Ағинәйҙәр» ойошмаһы вәкилдәре ҡатнашлығындағы «Өләсәйҙәр дауаханаһы» тип аталған республика ағинәйҙәре ҡоро Яҡут тоҙло күле янында үтте.
Ауыл байрамдары
Яҡшымбәт ауылының Салауат урамында Урам байрамы үтте. Таймаҫ ауылында 20 йылға беренсе тапҡыр һабантуй байрамы ойошторолдо. Ҡансыралар тыуған ауылдарының 185 йыллығына һәм Башҡортостандың 100 йыллығына арнап, «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамына йыйылды һәм Имаковтар, Абдрахмановтарың шәжәрәләре менән танышты. Марьевка ауылында ла «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы гөрләп үтте. Холодный Ключ ауылы 90 йыллыҡ юбилейын билдәләне.
Беҙҙекеләр - иң шәптәр
Өфөлә уҙған «Йәш ғаилә» - 2019» республика конкурсының финалында Көйөргәҙенән Илнур менән Фәнүзә Ғәниевтар ғаиләһе Гран-приға лайыҡ булды.
Көйөргәҙенең кескәй генә һандуғасы, «Аҡбуҙат» башҡорт фольклор ансамбле ағзаһы — Сафина Рәшитова «Сулпылар» Республика телевизион конкурсында Гран-при яуланы.
Яңы реформа
2019 йылдан ЭСКБ квитанцияларында яңы хеҙмәт, йәғни ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өсөн түләү графаһы барлыҡҡа килде. Район ауылдарының икәүһенең халҡы йән башына айына 70-әр һум, ҡалғандары 35-әр һум түләй.
Йыл юғалтыуы
Талантлы педагог, хеҙмәт ветераны, йәмәғәт эшмәкәре, Көйөргәҙе районының Почетлы гражданы, оҙаҡ йылдар райондың ветерандар советын етәкләүсе Алексей Павлович Тарасов арабыҙҙан китеп барҙы.
Читайте нас: