Все новости
Байрам шандауы
27 Декабря 2019, 17:45

Йыл буйына сусҡа арығандыр, Оҙатайыҡ уны бергәләп. Етеп килгән сысҡан-ҡомаҡтарҙы Ҡаршылайыҡ хөрмәтләп.

Көйөргәҙе районы менән Күмертау ҡалаһында уҙып барыусы Сусҡа йылында иҫтә ҡалырлыҡ ниндәй ваҡиғалар булды? «Юшатыр» гәзите шуларға үҙенсә күҙәтеү һәм йомғаҡ яһаны.

ҠАЛАЛА ЯҢЫ БАШЛЫҠ
Күмертау ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы итеп Олег Юрьевич Фролов тәғәйенләнде. Быға тиклем ҡала хакимиәте башлығы булған Борис Владимирович Беляев, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров указына ярашлы, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры итеп тәғәйенләнде.
ЕТӘКСЕ АЛМАШЫНДЫ
Күмертау хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары итеп Алексей Николаевич Докукин ҡуйылды. Быға тиклем был вазифаны йөкмәгән Наталья Михайловна Лапшина БР Мәҙәниәт министрлығының беренсе урынбаҫары булып китте.
Башлыҡ һайлауҙары үтте
9 сентябрҙә БР Башлығын һайланыҡ. Күмертау һайлау округында 35251 һайлаусы ҡатнашҡан. Был исемлектә теркәлгән барлыҡ һайлаусыларҙың 72,44 –ын тәшкил итә.
ЯҢЫ ДИРЕКТОР
Һаулыҡ яғынан мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр реабилитация үҙәгендә яңы директор булып Рәмил Ардыуанов эшләй башланы.
ЮБИЛЕЙҘАР
Күмертауҙар Республикабыҙҙың 100 йыллығына арналған “Башҡортостан тарихы биттәре” тигән республика фестиваль-марафонында ҡатнашты.
“Южурал-Ойл” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры, БР-ҙың атҡаҙанған нефтсеһе Зиннур Исхаҡов 65 йәшлек юбилейын билдәләне.
Ҡаланың Мөхәмәт Исҡужин исемендәге прогимназияһы үҙенең 25 йыллыҡ юбилейын билдәләне.
3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатының 60 йыллыҡ юбилейы үтте.
Күмертау “Элеватор”ы Рәсәй ауыл хужалығы министрлығы менән конкурент һәләтлелекте күтәреү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйып, предприятие сеймал һатып алыу өсөн партнер банкынан (“Һаҡлык банкы”) 600 миллион һум күләмендә ҡыҫҡа вакытлы һәм ташламалы кредит алыуға иреште.
САРАЛАР
Ҡалабыҙҙа “Ағинәй”йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре зональ семинар-практикум үткәрҙе. Унда күрше район һәм ҡалаларҙан 40-тан ашыу делегат ҡатнашты.
ҠЫУАНЫСТАР
Күмертауҙа әлеге ваҡытта 17 резидент теркәлгән. Киләсәктә тағы ла 6 резидент өҫтәлергә тора.
***
Ҡалабыҙҙың Совет майҙаны янында бәҙрәф төҙөлдө. Тик ул әлегә бикле тора, әммә киләсәктә асылыр тип көтәбеҙ.
ЯҢЫ РӘЙЕС
БР-ҙың татарҙар конгресының Күмертау бүлексәһе башҡарма комитеты рәйесе итеп отставкалағы милиция майоры Фәнүс Һаҙый улы Дашкин һайланды.
МӨХТӘСИБ АЛМАШЫНЫУЫ

Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы имам-мөхтәсибе булып, Азат Хәлилов билдәләнде. Азат Насретдин улы быға тиклем Ермолаеволағы “Рамаҙан” мәсете имамы ине.
Читайте нас: