Все новости
Байрам шандауы
1 Января 2020, 04:00

Яңы йыл менән, ҡәҙерле дуҫтар!

Хөрмәтле Көйөргәҙе районының ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре!Ысын күңелдән, бөтә йөрәктән һеҙҙе мөғжизәле Яңы йыл байрамы менән ҡотлайбыҙ.

Хөрмәтле Көйөргәҙе районының ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре!
Ысын күңелдән, бөтә йөрәктән һеҙҙе мөғжизәле Яңы йыл байрамы менән ҡотлайбыҙ.
Беҙгә өмөттәр бүләк итеп, хыялдарыбыҙҙы тормошҡа ашырған 2019 йыл да тиҙҙән тарих биттәрендә ҡалып, күңел йылыһы, тылсым бүләк иткән Яңы – 2020 йыл килә. Һәр ваҡыттағыса, байрам алдынан үткән йылға йомғаҡ яһала һәм алдағы көндәргә яңы, тағы ла ҙурыраҡ маҡсаттар ҡуйыла. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, 2019 йылда ауыл хужалығы үҫеше өсөн күп эштәр башҡарылды. Үтеп барған йылды беҙ лайыҡлы ҡаҙаныштар менән тамамлайбыҙ. Бында районыбыҙҙа эшләүсе һәр кемдең хеҙмәте бар. Беҙ ҡуйған маҡсаттарыбыҙға табан бергә атланыҡ, йәнтөйәгебеҙ мәнфәғәттәрендә бергә эшләнек. Тыуған районыбыҙҙы үҫтереүгә хеҙмәт иткән, көндәлек хеҙмәте менән дөйөм эштең уңышына үҙ өлөшөн индергәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ. Етеп килгән йылда беҙ өлгәшелгәндәрҙе нығытып ҡына ҡалмай, һәр ҡайһыбыҙҙың тормошон тағы ла яҡшыраҡ итергә тейешбеҙ. Йәшәгән еребеҙҙең, илебеҙҙең һәм Яңы йылдың яҙмышы – беҙҙең ҡулда! Ошо матур байрам көндәрендә беҙ киләсәккә өмөт менән ҡарайбыҙ, сағыу ваҡиғалар һәм яҡшы ҡаҙаныштар көтәбеҙ.
Ҡәҙерле дуҫтар! Ошо яҡты Яңы йыл көндәре беҙҙең күңелдәрҙә фәҡәт саф уй-ниәттәр генә уятһын, беҙгә йылылыҡ һәм яҡшы кәйеф бүләк итһен. Һәр өйҙә, һәр ғаиләлә ошо байрам көндәрендә тик матур һүҙҙәр һәм теләктәр яңғырауы, ҡот һәм күңел йылыһы хөкөм һөрөүе мөһим. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек, тыныслыҡ, иң изге теләктәрегеҙҙең бойомға ашыуын теләйбеҙ! Яңы 2020 йыл ауыл хужалығы өсөн дә уңышлы килер, уңышыбыҙ мул, малдарыбыҙ көр булыр, тип ышанабыҙ! Яңы йыл менән!


Көйөргәҙе районы муниципаль районы Хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге,
«Көйөргәҙе мәғлүмәт-консультация үҙәге»

Читайте нас: