Все новости
Байрам шандауы
1 Января 2020, 04:15

Яңы йыл менән, ҡәҙерле дуҫтар!

Яңы йыл – иң яратҡан, көтөп алынған шатлыҡлы байрамдарҙың береһе.

Хөрмәтле Илкәнәй ауыл советы биләмәһе халҡы!
Һеҙҙе ысын күңелдән Яңы 2020 йыл байрамы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайым!
Яңы йыл – иң яратҡан, көтөп алынған шатлыҡлы байрамдарҙың береһе. Ул традицияларҙың күсәгилешлеген символлаштыра, матур итеп биҙәлгән шыршы, айырыуса ҡыуаныслы мөхит һәм мөғжизәгә ышаныс беҙҙең барыбыҙҙы ла берләштерә. Туғандар, дуҫтар һәм бар ил менән бергә Кремлдең тантаналы куранттары һуғыуын тыңлап, илебеҙҙең яңы үҫеш дәүеренә, йәшәйешебеҙҙең яңы осорона аяҡ баҫабыҙ.
Үтеп барған йыл дөйөм алғанда уңышлы булды. Республика, район етәкселегенең ярҙамы һәм халҡыбыҙ тырышлығы менән 2019 йылда ауыл советы үҫеше өсөн күп эштәр башҡарылды. Бөгөн биләмәбеҙ тулы тормош һәм киләсәккә ҙур маҡсаттар менән йәшәй. Алдағы йылдарҙа ла Илкәнәй ауыл советы үҫешһен, киләһе йыл яҡташтарым өсөн һөйөнөслө ваҡиғаларға, һөҙөмтәле эштәргә бай булһын! Артабан да дәррәү башланған эштәрҙе бергәләшеп атҡарып сығырбыҙ, тип ышанам.
Яңы йыл һәр өйгә күтәренке кәйеф, изге өмөттәр, яҡшы яңылыҡтар, яңы уңыштар, бәхетле һәм мул тормош алып килһен! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, рух күтәренкелеге һәм ғаилә именлеге теләйем!

Р. М. ВАХИТОВ,
Илкәнәй ауыл советы хакимиәте башлығы

Читайте нас: