Все новости
Байрам шандауы
1 Января 2020, 04:25

Яңы йыл менән, ҡәҙерле дуҫтар!

Хөрмәтле яҡташтар, ауылдаштар, дуҫтар, туғандар, башҡорттарым!

Ҡәҙерле күмертауҙар! Хөрмәтле ватандаштар!
Һеҙҙе Яңы йыл байрамы һәм 2020 йыл менән!
Хөрмәтле яҡташтар, ауылдаштар, дуҫтар, туғандар, башҡорттарым!
Сағыу саралары, аҡланған-аҡланмаған өмөттәре, тормошҡа ашҡан хыялдары, яңы тыуған сабыйҙары һәм беҙҙең аранан мәңгелеккә киткән иптәштәребеҙ менән тулы булған тағы бер йыл тарих биттәрендә ҡалды.
Бер тын эсендә, сәғәт телдәре төнгө 12-нән үтеү менән ниндәйҙер көткән мөғжизәләр килә һымаҡ, беҙ, 60-сы йылдарҙа башҡа ла һыйҙырмаған 2020 йыл тәүге битен асты. Өмөтһөҙ шайтан тигәндәй, республикабыҙҙың яңы Башлығы Радий Хәбировтан күп милләтле халҡыбыҙ һөҙөмтәле эш көтә, илебеҙ байлыҡтары кеше бәхете өсөн хеҙмәт итер тип бағлай. Телебеҙҙең, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙең, йолаларыбыҙҙың юғалыуына юл ҡуйылмаҫ. Күп нимә үҙебеҙҙән тора: “Юшатыр” гәзитен алдырһағыҙ – һеҙҙең быға ҙур өлөшөгөҙ булыр.
Киләсәктә барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек, яҡты уйҙар, именлек, туғанлыҡ, уңыштар теләйем. Яңы йыл балаларыбыҙҙың тик ҡыуаныслы хәбәрҙәре менән генә тулы булһын! Байрам менән барығыҙҙы ла!

Ю.Ю. ИШМӨХӘМӘТОВ,
Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайы
башҡарма комитеты рәйесе

Читайте нас: