Хөрмәтле көйөргәҙеләр!
Һеҙҙе ихлас күңелдән Яҙ һәм Хеҙмәт көнө менән ҡайнар ҡотлайым! Заманалар үҙгәрә, ләкин был яҙғы байрам иң яратҡан байрамдарҙың береһе булып ҡала.
1-се Май – хеҙмәтсе кешегә хөрмәт, кәйеф күтәренкелеге, яҡшы үҙгәрештәргә өмөттәр, йәмғиәт берҙәмлеге һәм тыныслыҡ билдәһе. Районыбыҙ мәнфәғәте өсөн төрлө тармаҡ һәм эшмәкәрлек өлкәһендә тырышып хеҙмәт иткән, юғары профессиональ кимәлендә эшләүсе бөтә көйөргәҙе халҡына был көндө рәхмәтемде белдерәм. Айырыуса рәхмәт һүҙҙәрем беҙҙең ветерандарға – улар районыбыҙ, илебеҙ именлеге хаҡына тырышып эшләгән.
Бөгөнгө көндә үҙ балаларыбыҙҙа эш кешеһенә ҡарата хөрмәт һәм мөхәббәт, бурыслы булыу һәм яуаплылыҡ сифаттарын тәрбиәләргә, быуындын-быуынға күсә килгән яҡшы йолаларҙы һаҡлап ҡалырға тейешбеҙ.
Ысын күңелдән бөтәгеҙгә лә яҙғы кәйеф, ныҡлы һаулыҡ, именлек теләйем! Яҡындарығыҙҙың күңел йылыһына, мөхәббәтенә төрөнөп йәшәгеҙ һәм хеҙмәтегеҙгә күрә хөрмәте булһын!
Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән!