Хөрмәтле көйөргәҙеләр!
12 июндә Дәүләт байрамдарының береһе булған – Рәсәй көнөн билдәләйбеҙ. Был көндө уникаль тарихлы, бай мәҙәниәтле һәм рухи мираҫлы илде – Тыуған еребеҙҙе ҙурлайбыҙ. Илебеҙ менән ғорурланыу, көслө, бойондороҡһоҙ, экономик яҡтан үҫешкән һәм социаль яҡлаулы дәүләт киләсәгенә ышаныу өсөн нигеҙләнеүҙәр аҙ түгел. Бөгөн Рәсәйҙең төп көсө – беҙ, бында йәшәүсе кешеләр булғанын төшөнәбеҙ. Беҙҙең яҙмышыбыҙ үҙ ҡулыбыҙҙа икәнен, тарих һабаҡтарын аңлап, уларҙан һығымта эшләү, быуаттар аша килгән йолаларҙы һаҡлап ҡалыу һәм уларҙы үҫтереү, үҙебеҙҙең хоҡуҡтарға һәм вазифаларға уйлап, яуаплылыҡ менән ҡарарға кәрәклеген аңланыҡ.
Ҡәҙерле дуҫтар! Илдә йәшәгән халыҡ Рәсәй яҙмышын билдәләй. Шуға ла беҙҙең дәрт, эшһөйәрлек, ижади һәм интеллектуаль потенциал тыуған еребеҙҙең үҫешенә һәм бәрәкәтенә хеҙмәт итһен. Байрам менән! Рәсәй көнө менән! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм уңыштар теләйем.