Все новости
Байрам шандауы
12 Июня 2020, 09:30

Рәсәй көнө менән!

Хөрмәтле ватандаштар!Һеҙҙе Ватаныбыҙҙың төп дәүләт байрамы - Рәсәй көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым!

Хөрмәтле ватандаштар!
Һеҙҙе Ватаныбыҙҙың төп дәүләт байрамы - Рәсәй көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым!
Был көн Рәсәйҙең иҡтисади, социаль-сәйәси һәм рухи яҡлап тергеҙелеүенең асыҡ сағылышы ул. Илебеҙҙең яңырыуы ижтимағи-сәйәси, иҡтисади социаль үҙгәрештәр кисергән яңы Башҡортостан менән тығыҙ бәйле. Республикабыҙ илебеҙ төбәктәре араһында лайыҡлы урын биләй, Рәсәй Федерацияһын нығытыуға үҙенең ҙур өлөшөн индерә.
Был байрам илебеҙҙе үҫтереүгә булышлыҡ итһен, балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙең имен, тыныс киләсәгенең символына әүерелһен. Ысын күңелдән барығыҙға ла ҙур бәхет, эштәрегеҙҙә уңыштар, тыныслыҡ теләйем!
О.Ю. ФРОЛОВ,
Күмертау ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы
Читайте нас: