Все новости
Байрам шандауы
11 Октября 2020, 09:00

11 ОКТЯБРЬ – РЕСПУБЛИКА КӨНӨ

Хөрмәтле көйөргәҙеләр! Ҡәҙерле дуҫтар!Һеҙҙең барығыҙҙы ла төп байрамыбыҙ – Республика көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым!

Хөрмәтле көйөргәҙеләр! Ҡәҙерле дуҫтар!
Һеҙҙең барығыҙҙы ла төп байрамыбыҙ – Республика көнө менән ысын күңелдән ҡотлайым! Был байрам тыныслыҡ һәм бер-береңде аңлау символы булараҡ бик тә ҡәҙерле. Был датаға беҙ ҙур ҡаҙаныштар һәм уңыш багажы менән килдек. Башҡортостандың күп милләтле халҡының тыуған еренә булған һөйөүе, уңғанлығы һәм маҡсатҡа ынтылышы беҙҙең республикабыҙҙың сәскә атыуына ыңғай булышлыҡ итеренә ныҡлы ышанам.
Башҡортостандың киләсәге һәр беребеҙгә бәйле. Халҡыбыҙҙың берҙәмлеге һәм тупланғанлығы, рухи көсө һәм ижади ҡеүәте һәр төрлө ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға, алдыбыҙға ҡуйылған маҡсаттарға ирешергә ярҙам итте һәм итә.
Кемдәр ең һыҙғанып эшләй, икмәк үҫтерә. Йорттар һала, балалар тәрбиәләй, кешеләр һаулығын ҡайғырта, мәҙәниәтебеҙҙе байыта, кемдәрҙең хеҙмәте менән райондың иҡтисади һәм рухи потенциалы арта – һәммәгеҙҙе лә ысын күңелдән ҡотлайым.
Барығыҙға ла ихлас күңелдән һаулыҡ, бәхет, именлек, етеш тормош һәм муллыҡ теләйем!

Ю. Т. ИЛЬЯСОВ
Көйөргәҙе районы муниципаль район хакимиәте башлығы.
Читайте нас: