Все новости
Байрам шандауы
4 Ноября 2020, 12:30

БАЙРАМ МЕНӘН!

Был дәүләт байрамы үҙенең Ватаны, уның бай тарихы һәм мәҙәниәте менән ғорурланған һәр кем өсөн ҡәҙерле.

Хөрмәтле ватандаштар!
Һеҙҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән тәбрикләйем!
Был дәүләт байрамы үҙенең Ватаны, уның бай тарихы һәм мәҙәниәте менән ғорурланған һәр кем өсөн ҡәҙерле. Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә беҙ өлкән быуындың хәрби һәм хеҙмәт батырлығын хөрмәт менән иҫкә алабыҙ. Шул уҡ ваҡытта берҙәмлек бер төрлөлөк, фекер һәм ҡараштар бер үк тигәнде аңлатмай. Иң мөһиме – беҙҙе тыуған еребеҙгә һөйөү, илебеҙҙе уңышлыраҡ, көслөрәк, кешеләр тормошон яҡшыраҡ итеүгә ынтылыш берләштерә.
Башҡортостан төрлө милләт һәм дин вәкилдәренә уртаҡ йорт булып ҡалһын өсөн барыһын да эшләргә тейешбеҙ. Беҙҙең маҡсат – быуындар бәйләнешен һаҡлау, йәштәр күңелендә Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү, уның мәнфәғәттәрен яҡларға әҙер булыу.
Барығыҙға ла эштәрегеҙҙә уңыштар, күтәренке кәйеф, тыныслыҡ һәм изгелек теләйем!

О. Ю.ФРОЛОВ, Күмертау ҡалаһы ҡала округы
Хакимиәте башлығы.
Читайте нас: